Был ғәжәйеп тау Төлмәй яғына китә торған юл буйында ята. Уға эргә-тирәләге халыҡ ихтирам менән ҡарай. Шулай итмәҫлек тә түгел шул.
Һәр йәй Сәрби инәй ғаиләһе менән ошонда мал-тыуарына бесән сабып, йыйып, кәбән итеп ҡоя ине. 1937 йылда ғаилә башлығы Мөхәмәтгәрәй Сәлимовты ҡулға алғастар, ҡатын береһенән-береһе бәләкәй алты балаһы менән яңғыҙ тороп ҡала. Уларҙы ашатып-эсереп, тәрбиәләп үҫтереү өсөн Сәрби инәй Инйәр леспромхозының Түбәнге Төлмәй участкаһына эшкә урынлаша. Ә ире уҡытыусы ла, ауыл Советы рәйесе лә, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге етәксеһе лә, пьесалар, сценарийҙар яҙыусы ла ине. Ул тыуған яғына кире әйләнеп ҡайта алманы. Ҡатын яңғыҙы балаларын оло тормош юлына сығарҙы. Иң олоһо Ханнан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, күп кенә орден-миҙалдар тағып тыуған яғына ҡайтҡан. Ҡалғандары бәләкәй булған. Әсә үҙе лә һуғыш осоронда тырышып эшләгәне өсөн миҙал менән бүләкләнгән.
Ул үҙ заманы өсөн уҡымышлы ғына булған, хатта тирә-яҡта им-томсо тип танылған. Кемдер сирләп китһә, уға йүгергән һәм һауыҡҡан. Ғәзиз балалары ҙурайып, ғаилә ҡороп, айырым сыҡһа ла, бергә йәшәргә саҡырһа ла, Сәрби инәй үҙе килен булып төшкән еренән ҡуҙғалманы, ҡунаҡҡа ғына йөрөнө, һуңғы көндәрен генә улы Вәристә үткәрҙе. Гүргә киткәнсе килен булып төшкән еренә тоғро ҡалды.
...Теге сабынлыҡ эргәһендәге тауға халыҡ “Сәрби тауы” тигән исемде ҡушты. Әле һаман да шулай тип йөрөтәләр. Миңә ҡалһа, был инәйҙең изге йәне ошо тауҙа тороп ҡалғандай, ул әле һаман беҙгә ярҙам иткәндәй.