Тертләп уянабыҙ һаман да26.09.2014
Тертләп уянабыҙ һаман да
Ғүмерҙәр үтә икән ул,
Үтә лә китә икән...

Йырҙан.

1950 йыл. Стәрлетамаҡтағы В.И. Ленин исемендәге балалар йорто урта мәктәбенең беренсе сығарылышы. Аталары һуғышта һәләк булғандарҙың әсәләре Бөйөк Еңеү өсөн колхоз-совхоз баҫыуҙарында, завод-фабрикаларҙа бөтә көсөн һалып эшләп һаулығын юғалтҡандарҙың, ҡайһылары астан үлгәндәрҙең ҡыҙҙарын һәм малайҙарын Совет иле етем итмәне. Республикабыҙҙа ғына һәр районда, һәр ҡалала тиерлек балалар йорттары асылды, уларҙа атай-әсәйһеҙ балалар тәрбиәләнде, уҡыны һәм илебеҙ өсөн файҙалы кешеләр булып сыҡты.


Стәрлетамаҡтағы В.И. Ленин исемендәге 90 йыллыҡ тарихлы балалар йорто шуларҙың иң күренеклеһе булғандыр, тип уйлайым. Уның төп маҡсаты етем баш­ҡорт балаларын тейешенсә тәрбиәләү һәм урта белем биреү генә түгел, юғары уҡыу йорттарына инергә йү­нәлтеү, уларҙан республикабыҙ өсөн милли кадрҙар әҙерләү ине. Был эш уңышлы тормошҡа ашырылды. 1950 йылғыларҙың һәм унан һуңғыларҙың да күбеһе республикабыҙ институттарында ғына түгел, Мәскәү, Ленинград университеттарында ла белем алып, уҡытыусы, врач, инженер-конструктор, агроном, нефтсе, төрлө ки­мәлдәге етәксе, совет һәм партия эшмәкәре булып илебеҙгә, республикабыҙға тоғро хеҙмәт өлгөһө күрһәт­те һәм изге эштәрен дауам итә.
...1950 йыл. Имтихандарҙы тапшырып, инде ҡайҙа барырға тип йөрөгән мәл. Күбебеҙҙең, шул иҫәптән минең дә, төплө кәңәш бирер кешеһе лә юҡ ине. Әммә беҙҙең өсөн яҡын, ышаныслы уҡытыусыларыбыҙ, тәр­биә­селәребеҙ булды. Өлгөргәнлек аттестатын алғас, улар беҙгә аҡыллы кәңәштәрен бирҙе.
Шуға бына бер дәлил: директорыбыҙ М.Ғ. Туҡ­тамышев берәм-берәм кабинетына саҡырып һөйләште. Миңә сират еткәс, инһәм, ул бер үҙе генә түгел, беҙҙе IХ-Х кластарҙа башҡорт әҙәбиәтенән уҡытҡан уҡытыусыбыҙ, күренекле шағир, яугир Хәким Ғиләжев ағай менән ултыра ине. Туҡтамышев ағай:
— Йә, Ғибаҙуллина, ҡайҙа уҡырға барырға булдың? — тигәс, мин: “Ағайым — уҡытыусы, үҙем — ғаиләбеҙҙә бер ҡыҙ бала. Ике ағайым, бер ҡустым бар ине. Ата­йымдың гелән “ҡыҙым үҫкәс, уҡытыусы булыр әле” тип һөйләгәне хәтерҙә ҡалған. Өфөгә география факультетына инергә уйлайым”, — тинем. Шунда Ғиләжев ағай:
— Һеңлем, әҙәбиәтте яратыуыңды, тасуири итеп ши­ғырҙарҙы яттан һөйләүеңде яҡшы беләм. Тик аяҡ-ҡул бы­уындарыңдың ауыртыуын уйлаһаң, һиңә география факультетында уҡыуы бик ауыр булыр. Унда уҡыусы студенттар тау, урман, яр буйҙарында йөрөп, практика үтә. Мин һиңә әҙәбиәт факультетына барырға кәңәш итер инем, — тине. Уҡытыусымдың шундай хәстәрлек­ле, төплө кәңәшенә бик рәхмәтлемен. Беҙҙең кластан һигеҙ уҡыусы Тимирязев исемендәге педагогия инсти­тутының әҙәбиәт факультетына уҡырға индек. Төркөмдә 14 уҡыу­сы 9-сы интернат-мәктәптән шағир Рәми Ға­риповтың класташы ине. Дүртебеҙ генә төрлө райондан килгәйне.
Бына мин шул 1950 йылда бергә уҡый башлаған курс­таштарым менән төшкән фотоһүрәтте ебәрәм. Уны әүҙем һабаҡташыбыҙ Ләлә Бейешеваның ойошторғаны иҫтә ҡалған. Ул — иң алда, уртала.
Беҙгә мәртәбәле, билдәле уҡытыусыларҙан белем алырға насип булды. Жәлил Кейекбаев, Әмир Чаныш, Х. Зиннәтуллина, Б. Мәғәсүмова, З. Шакиров һәм баш­ҡалар. Төркөмөбөҙҙөң етәксеһе лә бик иғтибарлы уҡытыусы Ә. Әхмәрова булды. Бөгөн курсташтарым бөтәһе лә хаҡлы ялда, һикһән йәште уҙғанбыҙ. Әммә хеҙмәт юлын намыҫлы үтеп, маҡталып эшләнек.
Ләлә Бейешева менән Мөхәммәт Рәшитовтың гәзи­тебеҙгә йыш яҙып сығыуын уҡып, уларҙың һаман тормошта әүҙем ҡатнашыуына һөйөнәм. Ниғмәт Шоңҡаров, Радик Зарипов, Фәниә Әхмәтшиналар Өфөлә эшләне. Сәғит Фәйзуллин, Рифғәт Алхужаев студент саҡтарында уҡ шиғыр яҙыу менән мауыға торғайны.
Ғүмер бер генә шул. Курсташтарымдың бөгөн гүр эйәһе булғандарын да ишетеп беләм. Ни эшләйһең, беҙҙең ғүмер үҙе бер ваҡыт шул.
Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу, тип әйтеүҙәре бик дөрөҫ инде. Белем алыу осоро ла бөгөнгө кеүек булманы. Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, икмәк алыу өсөн сиратта торҙоҡ. Ятағыбыҙ Туҡай урамында ике ҡатлы бер иҫке ағас бинала булды.
Күптәребеҙ, шул иҫәптән мин дә, утын бысып, ярып, мейес яғып көн иттек. Ә ятаҡ беҙ уҡыған Сталин урамындағы (хәҙер Коммунистик) бинанан өс саҡрым булғандыр. Көн һайын иртәнге сәғәт 6-ла тороп, йәйәүләп (ул саҡта автобустар йөрөмәне) сәғәт 8-гә дәрескә өлгөрөргә кәрәк. Шулай дүрт йыл йөрөлдө.
Көҙ көндәре, картуф ҡаҙыған осорҙа, ҡалала йә­шәүселәр ярҙам һорап килә. Беҙ бик теләп барҙыҡ, сөнки эш хаҡына картуф бирҙеләр. Уны карауат аҫтында һаҡлап Яңы йылға тиклем еткерә инек. Мейестең плитәһе бар, шуның өҫтөндә ашарға бешереп, сәй ҡайнатып көн иттек. Курсташтарыбыҙ менән бик татыу, берҙәм йәшәнек. Һәр беребеҙҙең яҙмышы, тормошо оҡшаш. Шунлыҡтандыр инде иҫереп йөрөгәндәрҙе, тәртип боҙоуҙарҙы хәтерләмәйем.
Имтихандан һуң ҡулға диплом алыу һөйөнөсө ифрат ҙур булды. Дүрт йыл буйы беҙҙең яҡын кешеләребеҙгә әйләнгән Жәлил Кейекбаев ағай, Әхмәрова апай, төр­көмгә килеп, ҡайҙан, ниндәй райондан белгестәр һора­ғандары, райондарҙағы халыҡтың теле, диалект­тары, көнкүрештәре тураһында әңгәмә үткәрҙе, кәңәштәр бирҙе.
Ниһайәт, миңә Ғафури районының Сәйетбаба урта мәктәбенә йүнәлтмә бирелде. Унда уҡытҡан Аман Юлъяҡшинды район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә инспектор итеп алғандар икән, урын бушаған.
1954 йылда ҡулда — диплом. Шатлыҡтың сиге юҡ. Шул саҡ Ауырғазы районы ҡыҙы, курсташым Фәнисә Назарова менән икебеҙҙе саҡырҙылар. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының уҡытыусыһы сирләп киткән, шунда ситтән тороп уҡыған уҡытыусыларға лекция уҡырға, консультациялар үткәрергә, имтихан алырға тәҡдим иттеләр. Беҙ шатланып риза булдыҡ һәм тырышып эшләнек.
Август уртаһында Сәйетбаба урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башланым. Мәктәп урындағы дүрт-биш иҫке ағас йорттан ғибәрәт. Ә тирә-яғында — бик матур сәскәләр, ағастар. Коллективыбыҙ берҙәм, көслө ине. Белем усағында — меңдән ашыу уҡыусы, параллель кластар. Әлбиттә, эш шарттары ҡалалағыса түгел. Электр үтмәгән, кәрәсингә лә мохтаж саҡтар була.
Клубыбыҙ иҫке генә булһа ла, бер байрам да уҡыу­сылар тарафынан йә спектакль, йә концерт ҡуймайынса үтмәне. Уҡыусылар өсөн төрлө түңәрәктәр ойошторҙоҡ. Унан һуң пропагандист, лектор, агитатор, депутат, заседатель, бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш бихисап ине.
1955 йылда Аман Юлъяҡшин менән ғаилә ҡороп ебәрҙек, мәктәпкә яҡын өй һалдыҡ, өс балаға атай-әсәй булдыҡ. Береһе Силәбе политехник институтын тамамланы, инженер. Ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе — табип, икенсеһе – педагог. Өс йыл элек 82 йәшендә Аман баҡыйлыҡҡа күсте. Заманында партия ағзаһы булдым. Мәктәптә ун бер йыл эшләгәс, партияның район комитеты секретары, район гәзите редакцияһына эшкә саҡырҙы. Үҙ эшемде яратып башҡарыуым тураһында әйткәс, ул, партия уставын үтәргә бурыслыһың, тине. Шулай итеп, 16 йылдан ашыу редакция хеҙмәткәре бу­лып эшләнем. Ундағы эштең дә еңелдән түгеллеген яҡ­шы беләм, ҡулдан йыялар, хәреф йыйыусылар менән бергә таң алдынан ғына ҡайтабыҙ, гәзит аҙнаға өс тап­ҡыр сыға, бер көн ял. Үҙебеҙҙең балаларҙы үҫ­тер­гәндә ва­ҡыт бик тар ине. Ярай, Аллаға шөкөр, хәҙер ял ва­ҡытында ейән-ейәнсәрҙәрҙе, бүләләрҙе ҡарашырға форсат тейҙе. Тик олоғайған һайын хәтер ҙә бөтә, һаулыҡ та самалы була бара шул. Инде 80-де уҙғас, зарланмай ғына үткәндәрҙе уйлап, бер аҙ яманһыулап йәшәйбеҙ. Туғандарға бағышланған “Тормош ҡәҙерле беҙгә” шиғырынан бер өҙөк менән тамамлағы килә яҙмамды.
...Беҙ тыуғанда туптар шартлағандар,
Дары еҫе килгән донъянан.
Төштә күрһәк ауыр үткәндәрҙе,
Тертләп уянабыҙ һаман да!
Тертләп уянабыҙ һаман да!
Мәҙинә ҒИБАҘУЛЛИНА,
хеҙмәт ветераны.


Вернуться назад