Уларҙың ике ҡатлы матур йорто әллә ҡайҙан күҙгә салына. Ихата тулы сәскә. Баҡсаларындағы еләк-емештең төрлөлөгө лә хайран ҡалдыра, хатта виноград та үҫә унда.
Өфө районының Зубов ауылындағы Тәлиғә менән Марат Кирәевтәрҙең татыу йәшәүенә тиҙҙән 50 йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә ниҙәр генә кисермәгәндәр! Ғүмеренең күп өлөшөн Баймаҡ районындағы “Ирәндек” колхозында намыҫлы эшләгән Марат Сөләймән улы хәҙер һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуа. Саҡмағош районында тыуған егет Баймаҡ яғына йүнәлтмә буйынса ебәрелгән булған. Пермь ауыл хужалығы институтын тамамлағас, егет баш иҡтисадсынан хужалыҡ етәксеһенә тиклемге баҫҡыстарҙы үткән. Райондың “Ирәндек”, “Баймаҡ” совхоздарында директор, Өфөләге “Агропромхимия” ойошмаһында идарасы кеүек вазифаларҙы атҡарғанда ҡатыны Тәлиғә ныҡлы терәк була.
Ҡазан педагогия институтының физика һәм математика факультетын тамамлаған ҡатын “Мир” фирмаһында мастер, Баймаҡ районының Төрөкмән, Аҡморон, Өфө районының Чесноковка ауылдарындағы мәктәптәрҙә балаларға математика серҙәрен өйрәткән.
Хеҙмәт һәм кеше экологияһы институтында эшләгән ҡыҙҙары Лилиә, Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты, техник фәндәр кандидаты Радик, “Металл конструкциялар” йәмғиәте етәксеһе Эльвира өсөн ата-әсәһе – тырыш хеҙмәт, бәхетле йәшәү өлгөһө. Улар ҙа бына тигән матур ғаилә ҡорған, балалар үҫтерә.
“Почет Билдәһе” ордены кавалеры, хеҙмәт ветераны Марат Кирәевте, уның ҡатыны, халыҡ мәғарифы алдынғыһы Тәлиғә Хөснөриал ҡыҙын баймаҡтар әле һаман онотмай, төрлө сараларға саҡыра. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай шул.