Башҡортса тапшырыуҙар һуң була...26.09.2014
Беҙ, өлкән йәштәге кешеләр, күбеһенсә Башҡортостан юлдаш телеканалын яратып ҡарайбыҙ. Ундағы барлыҡ тапшырыуҙарҙы ла ятлап тигәндәй бөткәнбеҙ. Башҡорт телендә алып барылғанын ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Ләкин беҙҙе шуныһы аптырата: ни өсөн барлыҡ тапшырыуҙар, мәҫәлән, “Ауылыма ҡайтам”, “Йәнле ауыл”, “Дарман”, “Автограф”, “Байыҡ”, “Урал моңо-2014” киске сәғәт 10-дан һуң ғына башлана икән?


Ярай, беҙ, хаҡлы ялдағылар, төн йоҡобоҙҙо ҡалдырып, тап­шы­рыуҙың тамамланғанын көтә алабыҙ. Ә эшкә, уҡыуға йөрөгән балалар, ейәндәр уларҙы ҡарауҙан мәхрүм. Көндөҙ күбеһенсә урыҫ телендәге тапшырыуҙар күрһәтелә. Ә Татарстандың ТНВ каналын асһаң, унда көн буйы татарса тапшырыуҙарҙы ҡарарға була! Башҡортса тапшырыуҙар көндөҙгә йә иһә киске 6-нан һуңғы ваҡытҡа күсерелһә, ниндәй һәйбәт булыр ине.





Вернуться назад