Ҡайһы ваҡытта эргәбеҙҙә ниндәй кешеләр йәшәгәнлеге хаҡында уйлап та ҡарамайбыҙ.
Күптәребеҙ 42 километр араны хатта атлап та үтә алмайҙыр. Ә бына Өфөнән Зимфира Синакаева өсөн был ҡыйын түгел. 60 йәшендә лә ул көн һайын ун саҡрым йүгерә. Ул ете марафонда, бер нисә ярыммарафонда ҡатнашҡан һәм бөтәһендә лә алдынғы булған. Зимфира менән Омскиҙа халыҡ-ара ярыммарафонда бергә йүгерҙек.
Тормошто яратҡан, асыҡ, аралашыусан ҡатын миңә оҡшаны. Ул унда өсөнсө урынды яуланы. Әле беҙҙең алда — Өфө урман, Ижевск, Омск, халыҡ-ара Силәбе марафондары. Зимфира Байкал халыҡ-ара боҙ марафонында ла ҡатнашырға хыяллана. Уға ошо уй-ниәтенең тормошҡа ашыуын һәм яңы спорт уңыштары теләйек.