Йәне теләгән йылан ите ашар24.09.2014
Йәне теләгән йылан ите ашар
Илнур тураһында яҙырға булып, уның кеҫә телефонына шылтыратам. Теге остан көр тауыш ме­нән сәләмләнеләр. Ниәтемде бел­гәс, егет ҡаршы килмәне, әм­мә әле генә әңгәмә ҡороп булмая­сағын әйтте. Баҡтиһәң, та­ны­шым Стәрлетамаҡҡа, күп­тәнге дуҫына ҡунаҡҡа китеп бара икән. Бер үҙе түгел, юлдашы – алтынсы тиҫтәне ваҡлаған Александр Екимов менән. Юлда имен­лек теләп, сәйәхәтенән урап ҡайтҡас осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ...


Үҙем ҡурҡам, икеһе лә – сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кеше­ләр. Илнур ҡултыҡ таяғында йөрөй, Александрҙың аяҡтары юҡ. Һуңғыһының ҡул менән идара иткән махсус машина­һында юлға сыҡҡандар. Йөрәктәрендә тау аҡтарырҙай рухи көс туплаған был ке­ше­ләр бөтә ҡағиҙәләргә, кешелектә нығын­ған ҡарашҡа ҡаршы килә, күп саҡта ҡуй­ған уй-маҡсатына юл билдәһеҙлек аша ятһа ла, ҡурҡмай алға бара...
Илнур, Аллаға шөкөр, Стәрлетамаҡ ра­йонынан имен-һау йөрөп ҡайтты. Унда улар Үслебаш ауылында 86 йәшлек әсә­һе менән йәшәгән, инвалид коляскаһында ултырған 63 йәшлек дядя Васяла ҡунаҡта булған. Әйткәндәй, ул да машина йөрөтә икән. Ошоға тиклем “Ока”ла елдерһә, яңы­раҡ “Калина” алып ебәргән. Дуҫтар ошолай йылына бер тапҡыр осрашып, сиратлап бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй. Ауырлыҡтар уларҙы ҡурҡытмай, сөнки аралашыу теләге көслөрәк. Шуға ла, барыр инем – юлда нисек булыр, кем машинанан төшөрөр йә мендерер һәм баш­ҡа ошондай һорауҙарҙы ситкә ҡыуып, ал­ға ынтыла улар. Ошо урында миңә аяҡ-ҡуллы, һау булған, әммә эшһеҙ ятҡан йәки ваҡытын күңелһеҙ үткәргән, үҙенең уңышһыҙлығын башҡаларҙан күреп тө­шөн­көлөккә бирелгән, хатта йәшәргә те­ләмәгән йәштәр өсөн оят булып китә. Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең һәр көнө көрәштә үтә, батырлыҡҡа тиң.
...Илнурҙың бала сағы Бетерә ауылында үтә, ауылда туғыҙ йыллыҡ мәктәп­те тамамлай. Ата-әсәһе, артабан уҡый­­һыңмы, тип һорай. Илнур: “Баш­ҡалар уҡый бит, мин дә уҡыйым”, – ти. Артабан ул Баймаҡ лицей-интернатында белем ала. Сығарылыш класында ба­рыһы ла юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә башлай. Илнур ата-әсәһе менән Өфөгә килә, БДУ-ның тарих факультетына уҡырға инә.
Илнур менән бер осорҙа уҡығас, уның студент тормошо менән яҡшы танышмын. Бер кисәнән, концерттан йә булмаһа дискотеканан ситтә ҡалмаған, һәр кем менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан, аралашыусан егет­тең дуҫтары күп булды. Бергә уҡыған, бер бүлмәлә йәшәгән курс­таштары ла һәр саҡ ярҙамға килә ине. Ул үҙе лә бирешмәне, биш йылды “һә” тигәнсә үткәреп ебәрҙе. Әлбиттә, “һә”-нең артында әллә күпме ты­рышлыҡ, тир түгеү, ауырлыҡтар ҙа булғандыр. Әммә Илнур күргәндә көлөп-йылмайып һөйләшеп, һәр кемгә асыҡ йөҙ күрһәтеп, тормошоноң ситен яғын кешегә һиҙҙермәне.
Уҡыуҙы тамамлағас, егетте атаһы, ул саҡтағы Бетерә мәктәбе директоры, үҙенә эшкә саҡыра. Шулай ҙа Илнур был еңел юлды һайламай. Район үҙәгенән бө­төн­ләй икенсе яҡта – 60 километр алыҫлыҡта ятҡан Ишбирҙе ауылында – хеҙмәт юлын башлай, ошонда ятаҡта йәшәй. Бер йыл уҡытҡас, ата-әсәһе улдарына Баймаҡтан фатир алып бирә. Әле Илнурҙың ошо ике бүлмәле фатирҙа йәшәп ятҡан сағы. Баймаҡҡа күсеп килгәс (әйткәндәй, Ил­нурҙың ата-әсәһе лә хәҙер Баймаҡта йә­шәй), райондың халыҡты социаль яҡлау бүлегенә эшкә төшә. Аҙаҡ киоскта диск һатыусы булып эшләй, бер йыл мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тора. 2013 йылда ҡала һәм район инва­лид­тар ойошмаһына ЭВМ операторы булып урынлаша. Баймаҡҡа күсеп килгәне бир­ле ошо ойошма тарафынан үткәрелгән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
– Беҙ йәй башында Ирәндеккә, Күсем-ташҡа походҡа барҙыҡ. Ирәндек итәгенә автобус илтеп ҡуйҙы. Ошонда лагерь ойош­торҙоҡ. Ут яғып, ҡаҙан аҫып ашарға бешерергә дежур итеп ҡаяға менә ал­маясаҡ ике кешебеҙҙе ҡалдырҙыҡ та ҡуҙғалдыҡ. Күсем-ташҡа тиклем 4 километр юл үтергә кәрәк ине, үттем. Ҡаяға барып еткәс, бер мәлгә уйға ҡалдым. Әммә уға менеп, тирә-яҡты байҡап, икһеҙ-сикһеҙ ерҙәргә ҡарап тороу уйы көслөрәк булып сыҡты. Таш башынан әллә күпме ауыл күренеүен, хатта Магнитогорск ҡа­лаһын шәйләп булғанын күп ишеткәнем булды. Икенсе тапҡыр бындай мөмкинлек әллә була, әллә юҡ тип, тәүәккәлләнем. Иптәштәрем арҡан ярҙамында үргә мен­дерҙе. Ҡыуа­нысымдың, елкенеүем­дең сиге булманы, әсә­йемә шылтыраттым: “Әсәй, мин Күсем-ташта баҫып торам”. Ул шатлығымды уртаҡлашып: “Мендегеҙме? Маладисһығыҙ”, – тип дәртләндерҙе.
Беҙ йыл һайын мөмкинлектәре сиклән­гәндәр араһында спорт туризмы буйынса үткә­релгән республика чемпионатында ҡат­наша­быҙ. Быйыл ул Нуриман районында үтте. Күсем-ташҡа барыу ғә­мәлдә ике ҡуян атыу булды. Беренсенән, хозур тәбиғәт ҡосағында булдыҡ, ҡаяға мендек, икенсенән, ярышҡа әҙерләндек. Туризм буйынса үткәрелгән бәйге төрҙә­рен өйрәндек, көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ. Бының өсөн бөтә спорт ҡоролмаларын үҙебеҙ менән алып барҙыҡ. Һөҙөмтәлә чем­пионатта 25 команда араһында өсөн­сө урынға сыҡтыҡ, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Илнур.
Әйткәндәй, Республика инвалидтар ойошма­һының Баймаҡтағы филиалы йыл һайын Башҡортостанда ауыр атлетика, йөҙөү буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнаша. Баймаҡтар көньяҡ-көнсығыш райондар араһында ойошторолған бер саранан да ҡалмай. Илнур йөҙөүҙән башҡа спорт төрҙәрендә үҙен һынап ҡарай. Әле ойошманың үҙендә эшләгәс, айырыуса ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәй:
– Беҙ өлкәндәр менән генә түгел, инвалид балалар, уларҙың ата-әсәләре менән дә эшләйбеҙ. Берәй сара үткәреү өсөн бина табабыҙ, бағыусылар менән бәй­ләнеш тотабыҙ. Район һәм ҡала ха­кимиәте, “Баймаҡ ПМК-һы” директоры Р. Сырлыбаев, шәхси эшҡыуарҙар А. Фи­лин, У. Хунафин, А. Аксенов, А. Шерстнев ярҙам күрһәтә. Ҡыҙыҡ тормошта йә­шәйбеҙ. Моңайырға ваҡыт юҡ, – ти ул.
Илнурға шәхси тормошона ҡағы­лышлы һорауҙы бирмәй ҡала алманым. Ни тиһәң дә, танышым утыҙҙы үткән.
– Атайым әйтмешләй, алйот саҡта кәләш алып ҡалырға кәрәк ине, йылдар үткән һайын талапсаныраҡ, мыжығыраҡ була башланым инде (көлә). Ә ысынын әйткәндә, күңелемә ятҡан кешемде осрат­мағанмындыр әле, күрәһең... Әсәйем былай ҙа: “Өйҙә тормай, күп йөрөйһөң, сығаһың да китәһең, шуға ла ғаилә ҡороу теләге тыумай һиндә”, – тип шелтәләп ала. Әлбиттә, гел шыма бармай тормош. Ҡайһы ваҡыт бикләнеп, телефонымды һүндереп, уйға биреләм йә телевизор ҡарап ултырып алам, ҡайһы ваҡыт, киреһенсә, их, исмаһам, береһе инеп сыҡһын, тип ҡунаҡ көтәм. Был тормошта атайым Рәфил Бәҙретдин улына, әсәйем Миңдинур Хәкимйән ҡыҙына, ҡустыларым Айҙар менән Заһирға ҙур рәхмәтлемен, улар – минең терәгем, ярҙамсыларым, – ти ул.
Илнурҙың һәм уның иптәштәренең ваҡытын мауыҡтырғыс итеп үткәреүҙә инвалидтар ойош­маһының хеҙмәте ҙур. Уның ағзалары үҙ ва­ҡытын, тормошон үҙҙәре ҡора. Сер түгел, йәмғиәттә уларҙы гел ҡолас йәйеп ҡар­шы­ламайҙар. Бер-беребеҙгә миһырбан­лыраҡ, иғти­барлыраҡ булайыҡ, туғандар.


Вернуться назад