Күбәләк28.01.2012
КүбәләкБер ваҡыт ҡорт йомғағында бәләкәй генә ек барлыҡҡа килә. Осраҡлы рәүештә эргәһенән үтеп барған үткенсе, ҡурсаҡ көбө эсенән күбәләктең яҡтылыҡҡа ынтылыуын ҡыҙыҡ күреп, оҙаҡ ҡына күҙәтеп тора. Байтаҡ ваҡыт үтә, бөжәк ғәмәлен тормошҡа ашырыуға бар тырышлығын һала, ләкин ек ҙураймай. Әҙәм балаһына күбәләк йәл булып китә. Шул саҡ ул бөжәккә ярҙам йөҙөнән бәкеһе менән йомғаҡтағы тишекте ҙурайтып ебәрә. Күбәләк атлығып яҡтылыҡҡа килеп сыға. Тик ул бик хәлһеҙ, көсһөҙ була, ҡанаттары ла үтә күренеп тора, саҡ хәрәкәт итә.
Әҙәм балаһы күбәләктән күҙен дә алмай. Ул бөжәктең тиҙҙән нығыныуына, ҡанаттарына көс ҡунып, осоп китеүенә ышана. Әммә өмөтө аҡланмай!
Күбәләк, хәлһеҙ кәүҙәһен, яҙылмаған ҡанаттарын һөйрәп, ғүмеренең һуңғы минуттарын ерҙә аунап үткәрә. Уға һауа киңлектәрен яуларға яҙмай...
Ә барыһы ла әҙәм балаһының тәбиғәт ҡанундарын аңлап еткермәүендә. Тормош шулай яратылған — күбәләк ҡорт йомғағындағы бәләкәй ектән сыҡҡанда уның тәнендәге шыйыҡса ҡанаттарына тарала. Бөжәк нығына, уға хәл инә. Ҡыҙыҡ, әммә тормош үҙе үк күбәләккә ауырлыҡтар аша үҫергә ярҙам итә.
Бала тәрбиәләүҙә лә шулай. Әгәр атай-әсәй сабыйын "өф" итеп кенә үҫтерһә, хеҙмәт тәмен дә татытмай балаһы үтәрҙәй эште үҙ өҫтөнә ала икән, улар уны рухи үҫештән мәхрүм итә. Бала тормошҡа яраҡлашып, уның ауырлыҡтарын күреп, үҙе лә быға тырышлыҡ һалып үҫергә тейеш. Тәүге еңеүҙәре уны сыныҡтырыр, көслө итер, "осорға" өйрәтер.


Вернуться назад