Мәсеттәр буш тормаҫ24.09.2014
Мәсеттәр буш тормаҫ
Бөгөн Стәрлетамаҡта бер нисә дини сара үтә. Мәҫәлән, Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының күсмә пленумы уҙа. Артабан ҡунаҡтар Ҡаранай Моратов урамында һалына башланған мәсет менән танышасаҡ. Шул уҡ көндә реконструкциянан һуң ишектәрен асҡан иман йортонда йәмәғәт намаҙы уҡыласаҡ. Ошо саралар уңайынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мөхтәсибе Ришад хәҙрәт РАФИҠОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.


– Ришад хәҙрәт, сараларҙа төп иғтибар ниндәй мәсьәләләргә йүнәлтеләсәк?
– Пленумға килгәндә, шәкерттәргә белем биреү юлдарын, алымдарын барлау күҙаллана. Был йәһәттән һорауҙар, ысынлап та, бихисап. Шулай уҡ шәкерттәрҙең артабанғы яҙмышын да хәстәрләү мөһим.
– Иҫке мәсетте яңыртыу хаҡында ентек­ләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Иман йорто быуат ярым тирәһе элек тө­ҙөлгән. 1931 йылда билдәле сәбәптәр буйынса ябылыуға дусар булған. Шулай ҙа 16 йылдан кире асылған. Был изге эште Мөхәмәтйән Хажи хәҙрәт атҡарып сыҡҡан. Әлбиттә, ябылған мә­сеттең эшмәкәрлеген тергеҙеү еңел булма­ғандыр уға. Мәскәүгә барып, үтенесте белдереү өсөн генә лә күпме рухи көс кәрәк бит!
Мәсеттәр буш тормаҫ1903 йылда иман йорто янында мәҙрәсә лә асылған. Унда ошо мәхәлләнең балалары уҡыған. Былтыр был мәҙрәсәлә 60-лап шәкерт һа­баҡ алды. Улар республиканың төрлө тө­бәгендә эшләй, теләгәндәр белем алыуын дини йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарында дауам итә.
Иман йорто һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡына иҫкер­гәйне. Быйыл уны эстән дә, тыштан да матур­лауға өлгәштек: серегән бүрәнәләр, иҙән таҡ­талары, түбә-ҡыйыҡ алмаштырылды, йылытыу системаһы тулыһынса яңыртылды. Әл-хәмдүлилләһ, халыҡтың дөйөм көсө менән ҙур эш атҡарҙыҡ.
Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ элек-электән мәсет­тәргә бай булған. Тәүгеһе 1800 йылда төҙөлгән. Башҡортостандағы беренсе таш мәсет тә Стәрлетамаҡта 1825 йылда Абдулхаҡ Ибраев тигән кеше тарафынан һалынған. Янында мәҙрәсәһе, ятағы ла булған. Белем усағында бер ваҡытта 600-гә яҡын шәкерт уҡыр булған. Араларында 100 – 150 тирәһе ҡаҙаҡ балаһы иҫәпләнгән. Уларҙы ҡаҙаҡ ханының үтенесе буйынса уҡытҡандар. Мәҙрәсәлә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, шулай уҡ фәҡир ғаиләнән сыҡҡан балалар ҙа һабаҡ алған. Үкенескә ҡаршы, был Аллаһ йорто бөгөн юҡ инде.
– Әле яңыртылған иҫке мәсеттән тыш, ҡалала бер нисә йыл элек төҙөлгән яңы иман йорто бар. Өҫтәүенә тағы ла берәүгә нигеҙ һалынды. Тимәк, “мәсеттәр буш тора” тигән хәүеф беҙҙең ҡалаға янамай…
– Иншаллаһ, мәсеттәребеҙҙең һис тә буш торғаны юҡ! Мәҫәлән, йома намаҙына яңы иман йортона – 500, иҫкеһенә 100-ҙән ашыу мосолман йыйылыусан. Хәйер һалырға сират йыйылып киткән саҡтар күп була.
Аллаһ йортона йыназа, никах уҡытыу, балаға исем ҡуштырыу һымаҡ дини йолаларҙы баш­ҡарыу өсөн дә киләләр. Ғөмүмән, мәсет менән халыҡ араһында бәйләнеш ныҡлы. Һәр кем изге йортта күңел тыныслығын таба бит.





Вернуться назад