Инйәр ауылы ветерандары советында яҡынлашып килгән Халыҡ-ара оло йәштәгеләр һәм Инйәр леспромхозының 90 йыллығы көндәрен үткәреү мәсьәләһе күтәрелде.
Рәйесебеҙ Насир Әлибаев йыйылыштағыларҙың фекерҙәрен берләштереп, дөйөм ҡарар ҡабул итте. Уның нигеҙендә байрамда сәй табыны ойоштороу, ветерандарға бүләк биреү өсөн эшҡыуарҙар араһынан бағыусы табырға, концерт әҙерләргә тигән һығымта яһалды.