Бына быйыл да беҙ, пенсиялағы уҡытыусылар, яратҡан баҫмабыҙ “Башҡортостан” гәзитенә августа уҡ яҙылдыҡ.
40 йыл самаһы яратып уҡыйбыҙ уны. Матур һүрәтләмәләрҙе дуҫтарыбыҙға уҡып та ишеттерәбеҙ, сөнки ҡиммәт тип күп кеше яҙылмай. Һәр йылда ла дини календарь ебәреп тораһығыҙ. Рәхмәт! Уны һеҙҙән алыу мәртәбәле бит. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.