Битарафлыҡ өсөн — штраф28.01.2012
Битарафлыҡ өсөн — штрафТелевидение аша баланы киске сәғәт 10-дан һуң яңғыҙын урамға сығарыу тыйыла, тигән хәбәрҙе ишетеп ҡалдым. Бының өсөн күпмелер күләмдә штраф та ҡаралған, тиҙәр. Дөрөҫ хәбәрме?
Т. РӘХМӘТУЛЛИНА.
Нефтекама ҡалаһы.


— Ысынлап та, былтыр июль айында, Федераль законға ярашлы, балаларҙың һаулығын, уларға физик, интеллектуаль, психик һәм рухи яҡтан зыян килтереүҙе иҫкәртеү маҡсатында "Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында" Законға үҙгәрештәр индерелгәйне. Атап әйткәндә,18 йәше тулмаған балаларға, атай-әсәй ҡарауынан тыш, киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла. Халыҡ телендә бындай сикләүҙе "комендант сәғәте" тип тә атайҙар. Талаптар ҡәтғи: балаларын киске сәғәттә ҡараусыһыҙ урамға сығарып ебәргән ата-әсәләргә 2 меңдән 3 мең һумға, вазифалыларға — 10 меңдән 15 мең һумға, ә юридик шәхестәргә 30 меңдән 50 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.


Вернуться назад