Шишмә районында прокуратура Ибраһим ауыл Советының элекке эштәр идарасыһына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Ер ҡануниәтенең үтәлешен тикшереү барышында хужалыҡ китабына ялған яҙма индерелгәне асыҡланған. Былтыр июндә эштәр идарасыһы “Росреестр”ҙа Бикәй ауылындағы 26 сутый ергә хужа булыуын теркәткән.
Әле 54 йәшлек ҡатынға ҡарата эш урынын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып, мутлыҡ ҡылғаны өсөн енәйәт эше асылған. Ғәйебе фашланған осраҡта, прокуратура ерҙе муниципаль милеккә ҡайтарыуҙы талап итәсәк.
Бурҙар әүҙемләшәСтәрлетамаҡта хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә эшләгән ике ҡатын-ҡыҙ телефон аша мутлашҡандарҙың тоҙағына эләккән.
Икмәк бешереүсе һәм курьер булып эшләгән ҡыҙ дүрт пиццаға заказ ала. Таксиға ултырғас, ҡыҙ заказсыға хәбәр итә. Тегеһе банкоматтан телефонға аҡса һалыуҙы һәм чектарҙы өйөнә алып килеүҙе һорай. Ҡыҙ әйтелгән өс телефон номерына үҙенең иҫәбенән аҡса күсерә. Тик клиент күрһәткән адрес буйынса барғас, фатирҙа өлкән йәштәге ҡатын йәшәгәне һәм пиццаға заказ бирмәгәнлеге асыҡлана.
Мебель реставрациялау фирмаһы менеджеры ла ошондай уҡ хәлгә тарый. Ҡыҙ клиент менән осрашыуға барырға сыға. Унан да телефонға аҡса күсереүҙе һорайҙар. Ярҙамсыл ҡыҙ ике мең һумдан “ҡолаҡ ҡаға”. Билдәләнгән адрес буйынса ул заказсыны тапмай.
– Телефон аша алдау осраҡтары артҡандан-арта. Енәйәтселәр төрлө фирмаларға шылтыратып заказ бирә. Тегеләре осрашыуға юлланғас, телефонға аҡса һалыуҙы һорай. Был тоҙаҡҡа күптәр эләгә. Һәр кем иғтибарлы булһын, таныш түгел кешегә аҡса күсермәһен ине, – ти Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ идаралығы хеҙмәткәре Дарина Горчакова.
Сөгөлдөр урынына... киндерНаркополицияның “ышаныс телефоны”на Раевка ҡасабаһы эргәһендәге оло юл буйындағы 148 гектар майҙанда киндер үҫеүе хаҡында хәбәр итәләр.
Әлшәй районының ауыл хужалығы идаралығынан алынған аңлатманан күренеүенсә, былтыр ошо урында шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелгән. Быйыл ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙе шәхси торлаҡ төҙөүгә бүлгәндәр, шуға күрә бында бер ниндәй ҙә культура сәсмәгәндәр. Әле унда махсус техника эшләй, баҫыу киндерҙән таҙартыла.
Ҡаҙнаға – 500 мең һумХәйбулла районында 20 мең һум ришүәт алған чиновник ҡатын, суд ҡарарына ярашлы, ҡаҙнаға ярты миллион һум аҡса түләйәсәк.
Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Росфиннадзор”ҙың территориаль идаралығындағы баш контролер-ревизор былтыр майҙа федераль ҡаҙнанан уҡыу йорттарын яңыртыуға бүленгән аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуын тикшергән. Ошондай сара үткәрелгән мәғариф учреждениеларының үҙәк бухгалтерияһында уға етешһеҙлеккә күҙ йомған һәм яуаплылыҡҡа тарттырмаған өсөн 20 мең һум ришүәт биргәндәр.
Суд 55 йәшлек ҡатынға алынған ришүәттән 25 тапҡырға ҙурыраҡ күләмдә штраф һалған һәм өс йыл дауамында дәүләт контролендәге вазифа биләү хоҡуғынан мәхрүм иткән.
Башбаштаҡлыҡ
ғәфү ителмәйҒафури районында ауыл Советы депутаты булған урмансылыҡ мастеры вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа һәм урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙа ғәйепләнә.
Асыҡланыуынса, быйыл мартта ир үҙенә беркетелгән участкала 14 ҡарағайҙы һәм ике йүкәне (дөйөм алғанда, 24 кубометр ағасты) законһыҙ ҡырҡҡан. Һөҙөмтәлә урман фондына 300 мең һумлыҡ зыян килтерелгән.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ!Октябрьский ҡалаһында ике кеше Интернет аша алдашҡандарҙың ҡорбаны булған.
66 йәшлек пенсионер ҡатынға банк картаһын ябыу тураһында sms-хәбәр килә. Уны “ҡайтанан ғәмәлгә индереү өсөн” билдәһеҙ кешеләр иҫәбенә 25 мең һум аҡса күсерә. Банкоматтан квитанцияны алғас ҡына алданғанын аңлап ҡала. Ҡатын шылтыратҡан телефон номеры Һамар өлкәһендә теркәлгән була.
57 йәшлек ир ҙә ошондай уҡ хәлгә эләгә. Ул Интернет аша автомобиле өсөн шинаға заказ бирә һәм һатыусының үтенесе буйынса хаҡты алдан түләй. Һөҙөмтәлә шинаны ла ебәрмәйҙәр, аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаға. Һатыусының абонент номеры Санкт-Петербургта теркәлгән.
Күҙ бәйләгәнНефтекамала йәшәгән ҡатын алдаҡсы бағымсыға түләү өсөн 300 мең һум кредит алған.
Әле енәйәтсене полиция эҙләй. Мутлыҡ ҡорбаны әйтеүенсә, “табипты” ул гәзиттәге реклама аша тапҡан. Бағымсы “сирле” ҡатынды эре купюралар ярҙамында боҙомдан дауаларға вәғәҙә итә. Бер тапҡыр дауалау хаҡын 30 мең һум тип билдәләй, йәмғеһе 330 мең һум кәрәк була. Үҙ аҡсаһы булмаған ҡатын банктан кредит ала. “Шифалы аҡсаны” бағымсы пациенттың кәүҙәһенә бәйләй һәм кискә генә сисергә ҡуша. Кисен бер ҡатлы ҡатын аҡса урынына ҡағыҙ һалғандарын күреп шаҡ ҡата...
Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене әүәлге фатирында таба алмай. Тәфтишселәр әйтеүенсә, уның башҡа ҡалаларҙа ла “һунар” итеүе ихтимал.
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.