Көслөләр өлөшөнә төшкән еңеү24.09.2014
Көслөләр өлөшөнә төшкән еңеү
...Шишмә районының Тәпәреш ауылында күмәк балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Фәүзиәнең баш ҡалала ашханала эш баш­лаған осоро. Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуып үҫкән, Башҡортостан ауыл ху­жалығы инс­титутында уҡыған аҡыллы, баһадир егет Рәйес уның күңелен яулап ала. Ике ғашиҡ тормош ҡороп ебәрә.


Уҡып бөткәс, йүнәлтмә буйын­са Әбйәлил районының Гусев ауылында Рәйес — гидромели­оратор, Фәүзиә ашнаҡсы һөнәрендә эш башлай. “Шунда уҡ беҙгә, йәш белгестәргә, йорт бирҙеләр. Был яҡтың тырыш халҡына, күркәм тәбиғәтенә, зәңгәр күлдәренә ғашиҡ булдым. Рәйесте Асҡарға агроном итеп эшкә саҡырғас, мине лә район үҙәгендәге икмәк комбинатының етештереү бүлеге мөдире итеп үрләттеләр. Бында ла матур йорт бирҙеләр, бик яҡшы йәшәнек”, — тип хәтерләй Фәүзиә Хәмит ҡыҙы, йәшлеген иҫкә төшөрөп.
Ә инде Дәүләкән тарафына улар уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында күсеп килә, икеһе лә ты­рышып эш­ләй. 2000 йылда иһә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлайҙар.
Бөгөн улар Дәүләкән ҡалаһы үҙәгендә “Глория” кафеһына һәм аҙыҡ-түлек магазинына идара итә. Рәйес Әширәф улы Усманов — мага­зин директоры. Сифатлы тауарҙы төрлө ҡалаларҙан даи­ми партнерҙар килтерә. Аҙыҡ-түлектең ниндәйе генә юҡ! “Глория” кафеһы хужа­бикәһе иһә — Фәүзиә Хәмит ҡыҙы. Бында әҙерләнгән милли ризыҡтар, билмән, ман­ты, ҡамыр аштары ҡала халҡының күңеленә хуш килде. Заманса төҙөкләндерелгән кафела туйҙар, Ҡөрьән аштары, юбилейҙар үткәрергә ярата дәүләкәндәр. Һабантуй, йәрминкәләрҙә майҙан уртаһында иң тәмле ризыҡтар, шашлыҡ тәҡдим итеүсе лә улар. “Ярымфаб­рикаттар төрөн киңәйтергә уйлап торабыҙ”, — ти Фәүзиә Хәмит ҡыҙы. Дөйөм ғаилә эшенә улдары Эльмар ҙа ярҙам итә. Ул Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлап, юрист булып эшләй. Эшҡыуарлыҡтың ябай хеҙмәт түгеллеген, ә тырышлыҡ, йоҡоһоҙ төндәр, уңышһыҙлыҡтар аша көслөләр өлөшөнә төшкән еңеү икәнен аңлай.
Киләсәктә сауҙаны тағы ла киңәйтергә, үҫтерергә ниәтләй йүнселдәр. Был тәңгәлдә Дәүләкән ҡалаһы һәм рай­оны хакимиәтенең даими ярҙамына таяналар.
Эшҡыуар Усмановтар һатыусылар Ирина Ушакова, Лүзә Йыһангирова, ашнаҡсы Диләрә Мәғәсүмова, Дания Бәҙәмшина, ҡамыр оҫталары Эмма Гәрәева, Рәүиә Усманова, бухгалтер Илмира Ниғмәтуллинаның тырыш хеҙмәтен маҡтап телгә алды. Ғөмүмән, “Глория” ширҡәте бөтәһе 16 кешегә эш бирҙе, урын­дағы ҡаҙнаға ла үҙ өлөшөн ин­дерә.
Ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләгән Фәүзиә Усмановаға алдағы тормошонда уңыштар, һаулыҡ, бәхет юлдаш булһын, тип теләй барлыҡ туғандары, дуҫтары.




Вернуться назад