Береһе төҙөй, икенсеһе емерә...24.09.2014
Береһе  төҙөй,  икенсеһе емерә...
– Бә-ә-әй, быны ниңә аҡтарғандар? Күптән түгел генә матур итеп эшләгәйнеләр ҙә баһа.
–Ҡуй инде, аптырап баш ҡатҡан! Береһе – төҙөй, икенсеһе – емерә...
Матбуғат йорто алдынан үтеп барған ике әбей шулай бер аҙ шаңҡып торғас, юлын дауам итте. Дөрөҫөн әйткәндә, баш ҡала урамындағы бындай күренешкә ризаһыҙлыҡ белдергәндәр байтаҡ.

Былтыр ғына Октябрҙең 50 йыллығы урамында төҙөкләндереү эше башҡа­рылғайны. Йәйәүлеләр өсөн тротуар түшәлде, тирә-яғына үлән сәселде. Матбуғат йорто алды ла күркәмләнеп китте. Көҙгөләй ялтлап ятҡан асфальттан атлауы үҙе бер бәхет бит ул! Тик был шатлыҡ оҙаҡҡа барманы...
Яңыраҡ ҡына ошо урамда йылытыу торбаларын алмаштыра башланылар. Һөҙөмтәлә былтыр ғына түшәлгән асфальт аҡтарылып ташланды. Хәҙер йәйәүлеләр автомобиль юлынан урап йөрөргә мәжбүр.
Һис шикһеҙ, йылытыу селтәрен яңыртыу – бик кәрәкле сара. Тик ниңә һуң бөтә нәмә киреһенсә килеп сыға? Тәүҙә берәүҙәре асфальт түшәй, шунан икенселәре килеп уны боҙорға тотона. Ошо эште алдан килешеп башҡарып булмаймы? Уйланылмай яһалған аҙым арҡаһында күпме дәүләт аҡсаһы юҡҡа сыға! Ҡаҙнаның да төбө бар бит. Октябр­ҙең 50 йыллығы урамын төҙөкләндереү өсөн дә аҙ аҡса тотонолмағандыр.
Хәҙер йылытыу торбаларын алмаштырып бөткәс, ул урынға яңынан асфальт тү­шәргә кәрәк. Тағы ла сығым­дар...
Әйткәндәй, ошондай күренешкә ҡала халҡы күнеп тә бара шикелле. Былтыр шундай уҡ хәл Менделеев урамында булғайны. “Башҡорт­ос­тан” сауҙа үҙәгенән алып “Аҡбуҙат” ипподромы арауығында яңы тротуар һалынды. Бер ай үттеме-юҡмы, коммуналь хужа­лыҡ хеҙ­мәт­кәрҙәре ҡа­ҙыу эш­- тәрен башланы. Һө­ҙөм­тәлә өр-яңы асфальт урыны-урыны менән аҡтарылып бөттө.
Ә бит был эште башҡа­сараҡ та атҡарырға була. Юл төҙөгән ойошма алдан шул урында ниндәй коммуналь эштәр үтәләсәген белешһә, күпкә отош­лораҡ булыр ине. Бәлки, ҡала хакимиә­тенә идарасы компанияларға ҡарата ошо йәһәттән талапты арттырырға кәрәктер?




Вернуться назад