Сынығып үҫһен үҫмер24.09.2014
Сынығып үҫһен үҫмер
Ырымбур ҡалаһында “Волга буйы зарницаһы-2014” хәрби-спорт уйынының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Бәйгенең күсмә байрағы Ырымбур өлкәһенең “Спарта” командаһына тапшырылды, Башҡортостан вәкилдәре икенсе урынға лайыҡ булды, Пенза һәм Түбәнге Новгород өлкәһе уйынсылары – өсөнсө урында.

Өс көн дауамында үҫмерҙәр хәрбиҙәр менән осрашты, полиция, ғәҙәттән тыш хәлдәр, эске эштәр бүлеге хеҙмәт­кәрҙәренең өлгөлө сығыштарын ҡараны, заманса ҡорал һәм техника буйынса яңы мәғлүмәт алды.
“Волга буйы зарницаһы-2014” уйыны Рәсәй Прези­дентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың йәмғиәттә илһөйәрлек тәрбиәләү йүнәлешендәге тәҡдиме буйынса үткәрелә. Үҙенсәлекле сара төбәк йәштәрен хәрби спорт төрҙәренә ылыҡтырыу, физик яҡтан сыныҡтырыу һәм әхлаҡи сифаттарын үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған.




Вернуться назад