Өйҙән сыҡмай ғына яҙыл24.09.2014
“Рәсәй почтаһы” матбуғатҡа яҙылыу өсөн онлайн агентлыҡ аса. Ул нәшриәттәр менән туранан-тура килешеү төҙөйәсәк.


Яңы система киләһе йылдың 1 апреленән, икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланғас, ғәмәлгә инә. “Рәсәй почтаһы” быйыл декабрҙән үк киле­шеү­ҙәр төҙөргә ниәтләй. Матбуғатҡа яҙылыуҙың был алымы халыҡ өсөн яңы мөмкинлек асасаҡ, документтар әйлә­нешенә, шулай уҡ нәшриәттәр менән договор нигеҙендәге эшкә сығымды кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
— Нәшриәтселәр башҡа агентлыҡтар менән дә эшләү мөмкинлеген юғалтмай, шул уҡ ваҡытта клиенттар үҙҙәре өсөн отошло ысулды һайлаясаҡ, — тине “Рәсәй почтаһы”ның генераль директоры Дмитрий Страшнов.
Айырым кешеләр ҙә киләһе йылдың 1 апреленән почта сайтында онлайн режимында яратҡан баҫмаһына яҙыла ала.



Вернуться назад