Тәнҡит тә "шәрбәтле" булһын28.01.2012
Шулай итеп, һеҙ өлгөлө атай-әсәй булырға хыялланаһығыҙ. Хәйер, был йәһәттән тәүге аҙым яһалды тиергә мөмкин — ҡулығыҙҙа ысын китап, ә был үҙе үк балағыҙ хаҡында борсолоуығыҙға асыҡ дәлил. Түбәндәге яҙмаларым иһә ғәиләгеҙҙе бәхетлерәк, үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тойоуға ярҙам ғына итәсәк.
Дөрөҫ тәрбиә язалауға түгел, ә ваҡытында һәм урынлы әйтелгән өгөт-нәсихәткә, кәңәшкә ҡайтып ҡала. Яза биреү балала, киреһенсә, агрессия, ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Уға ниндәйҙер ғәмәлдең ярамағанлығын төшөндөрөүҙән дә бигерәк, был ҡылығының эҙемтәләрен аңлатыу һөҙөмтәлерәк тәьҫир итәсәк. Хәйер, бер әхлаҡ ҡануны ла балағыҙҙы тулыһынса контролдә тоторға булышлыҡ итмәйәсәк. Ғөмүмән, атай-әсәй булыу — бик ауыр һәм яуаплы хеҙмәт.
Миңә йыш ҡына бала менән атай-әсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өйрәнергә тура килде. Бик сетерекле мәсьәлә был. Ғәҙәттә, һәр кем үҙен хаҡлы һанай. Шуға тәүге һабаҡтарымды ла нәҡ ошо өлкәлә уртаҡлашмаҡсымын. Һүҙҙе бала менән бәхәскә килмәүҙең ун алымынан башлайыҡ.
1. Балағыҙҙың тәртипһеҙ ҡыланышын күрмәмешкә һалышығыҙ.
Иғтибар итмәү, тимәк, бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырыу тигән һүҙ — ҡысҡырмағыҙ, уға ҡарамағыҙ, һөйләшмәгеҙ. Иң мөһиме — бала тынысланғансы "битараф" ҡалығыҙ. Был хәл 5, 10, хатта 20 минутҡа тиклем дауам итеүе мөмкин — үҙегеҙ сабыр булығыҙ.
2. Икенсе бүлмәгә сығығыҙ.
Бер ваҡыт мин йәш әсә менән таныштым. Уның ҡыҙы шул тиклем тыныс, эргәһенән китмәй. Сәбәбен һораным. Баҡтиһәң, ҡыҙыҡай үҙһүҙләнә башлаһа, әсәһе уны яңғыҙын ҡалдырып, икенсе бүлмәгә сығып китә икән. Әлбиттә, ул сабыйын бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырмай, кәрәк булһа, шунда уҡ ярҙамға килергә әҙер. Әммә бындай алым уны тәү сиратта ҡыҙының ошо холҡон ҡабатламауынан ҡотҡара.
3. Баланың иғтибарын ситкә йүнәлтегеҙ.
Бала, бигерәк тә кесе йәштә, тиҙ албырғай. Уны ярамаған шөғөлдән ситләштерергә теләһәгеҙ, берәй тәҡдим индерегеҙ. Мәҫәлән: "Кил, минең алдыма ултыр. Әкиәт уҡып алайыҡ", "Әйҙә, миңә ярҙам ит. Яратҡан ризығыңды бешерәйек" һәм башҡалар.
4. Алмаш шөғөл табығыҙ.
Баланы бер ваҡытта ла "ярамай!" тип тәртипкә өйрәтеп булмай. Мәҫәлән, сабыйығыҙ диванға йәки стенаға һүрәт төшөрөргә әүәҫ икән, буяуҙар китабы алып бирегеҙ, әгәр ҡыҙығыҙ биҙәүес әйберҙәрегеҙҙе алһа, үҙенә балалар косметикаһын һатып алығыҙ (уның зыяны ла әҙерәк, еңел йыуыла ла), улығыҙ таш бәрергә ярата икән, туп уйнағыҙ.
5. Ыңғай яҡтарын баһалай белегеҙ.
Берәү ҙә тәнҡитләгәнде яратмай. Бала ла саҡ ҡына тәнҡит һүҙе ишеттеме, киреләнә лә китә. Бигерәк тә насар ҡылығы өсөн шелтәләгәнде ауыр кисерә. Шуға тәнҡитте лә "шәрбәтләп" биреү мөһим. Мәҫәлән: "Һинең шул тиклем тауышың моңло, әммә ашағанда йырлау килешмәй", "Һинән бик шәп футболсы сығасаҡ, әммә бының өсөн класта түгел, ә яланда шөғөлләнеү мөһим", "Дөрөҫөн һөйләгәнең өсөн афарин, тик бүтәнсә ҡунаҡҡа барыр алдынан беҙҙән мотлаҡ рөхсәт һора"...
6. Һайлау мөмкинлеге тыуҙырығыҙ.
Ҡайһы саҡта бала әүҙем рәүештә ата-әсәһенә ҡаршылыҡ күрһәтә башлай. Был аңлашыла — ул үҙенең үҙаллылығын яҡлай. Шуға бындай бәхәсле мәлдәрҙән ҡасыу өсөн улығыҙға йәки ҡыҙығыҙға һайлап алыу мөмкинлеге тыуҙырығыҙ. Мәҫәлән: "Һиңә бутҡа бешерәйемме, әллә ҡурылған йомортҡамы?", "Үҙең кейенәһеңме, әллә ярҙам итәйемме?", "Сүп-сар түгәһеңме, әллә һауыт-һабаны йыуып алаһыңмы?"...
7. Шаяртып алырға ла онотмағыҙ.
Уңышлы мәрәкә йыш ҡына үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләргә ярҙам итә. Әйтәйек, балағыҙ еңмешләнә, мыжый башланы, ти. Шул саҡта һеҙ ҙә бала тауышы менән уның "көйөнә" һөйләшеп ҡарағыҙ. Ғөмүмән, атай-әсәй булғанда артист ҡиәфәтенә лә инеп бөтәһең. Сабыйығыҙ тешен таҙартырға теләмәй икән, теш щеткаһы "телгә килһен", бүлмәһен йыйыштырмаһа, саң һурҙырғысты "ҡунаҡҡа" саҡырығыҙ. Ҡыҫҡаһы, хыялый булып күренеүҙән ҡурҡмағыҙ.
8. Үҙ өлгөгөҙҙә өйрәтегеҙ.
Бала өсөн атай-әсәй — һәр ваҡыт үрнәк. Теләйбеҙме-теләмәйбеҙме, улар йыш ҡына беҙҙе ҡабатлай. Тимәк, үҙебеҙ ҙә әҙәпле һәм әхлаҡлы булырға тейеш.
9. Барыһы ла үҙ яйы менән барһын.
Бер ваҡыт миңә 20 йәшлек егет мөрәжәғәт итте. Әсәһенең даими тәнҡитләүенә түҙмәгән. Сәбәбе — ул теләгәнсә ашамай, йоҡламай, матурлап сәсен тарамай, кейенмәй, бүлмәне насар йыйыштыра, дуҫтары оҡшамай... Әсә кеше менән осраштым. Ул улының тиҙерәк эшкә урынлашыуын теләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был теләк башҡа "үтенестәр" даръяһында юҡҡа сыҡҡан. Егеттә әсәһенә ҡарата нәфрәт уянған, мәнәсәбәттәре боҙолған.
Әгәр балағыҙҙың холҡон үҙгәртергә теләйһегеҙ икән, иң тәүҙә уға ҡарата иҫкәрмәләрегеҙҙе барлап сығығыҙ. Ғөмүмән, улар шул тиклем насармы, түҙеп торғоһоҙмо? Бәлки, барыһы ла үҙ яйына барһа, яҡшыраҡ булыр...
10. Балағыҙға нисә йәш?
Ҡайһы бер ата-әсәләр, улы йәки ҡыҙы нисә йәштә булһа ла, уға бала итеп ҡарай. Билдәле, бала атай һәм әсәй өсөн һәр ваҡыт сабый булып ҡала. Әммә сама тигәнде лә онотмағыҙ. Улар ҙа шәхес булараҡ үҫергә, ниндәйҙер кимәлдә үҙаллы булырға теләй.
(Дон Лайтерҙың "Баланы тәрбиәләү" китабынан).


Вернуться назад