– Һеҙҙең ойошманың исеме беҙҙең гәзиттеке менән тап килә икән – аҙаштар, тимәк. Шуның хөрмәтенә “Башҡортостан”ды эшсәндәрегеҙгә предприятие иҫәбенә яҙҙырһағыҙ нисек булыр? – тип тәҡдим итәм “Башҡортостан” ауыл хужалығы предприятиеһы” йәмғиәте директоры Илшат Төхбәтуллинға.
– Биш дана яҙҙырам! – тине ул, икеләнеп тә тормайынса. Халыҡта шундай тәүәккәл кешеләрҙе “өҙөп һөйләшә” тиҙәр.
Һүҙе менән генә түгел, эше менән дә алдыра торған фермер ул Илшат Фәрит улы. Шарлыҡ ауылындағы бөлгөнлөккә төшкән предприятиены һатып алғандан башлап уның һәләтле етәксе тигән даны нығый бара. Ауыл хужалығына ныҡлап тотоноп китер алдынан һалым органдарында, банкта эшләп алыуы ла ярҙам итмәй ҡалмайҙыр. Егерме биш кешене эш менән тәьмин иткән ул. Иген дә уралар, көнбағыш та үҫтерәләр, 180 баш һыйыр малы аҫрайҙар, үҙҙәренең ырҙын табағы һәм машина-трактор оҫтаханаһы бар.
– Аграр өлкәгә күскәнгә үкенмәйһегеҙме? – тим.
– Юҡ, – ти ул. – Банкта көнө буйы өҫтәлгә “бәйле” көйө ултырыуға ҡарағанда, бында йөҙөп йөрөп эшләргә була, хәрәкәттә – бәрәкәт. Тик яҡшыраҡ һөҙөмтәгә ирешеү ауырлаша бара. Бөтә нәмә аҡсаға бәйле бит инде. Бурыстарҙы түләйем тип, игенде көҙ үк килоһын 4-5-әр һумдан һатаһың, ә яҙын уның хаҡы 8-9-ар һумға барып баҫа. Ҡулдан ысҡынған табыш буласағын белеп тә бер ни хәл ҡыла алмайһың...
Кадрҙар мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынам.
– Эшләргә кеше етә. Барыһы ла урта һәм оло йәштәгеләр, йәғни тәжрибәлеләр. Бигерәк тә механизаторҙарым шәп. Ауылда халыҡ эсә, тиҙәр, ә бына беҙҙең егеттәрҙең иҫерек йөрөгәнен бер ҡасан да күрмәҫһегеҙ! – ти ул ғорурлыҡ менән.
Ауылда йыл әйләнәһенә эш. Ҡыш та етерлек ул. Шулай ҙа бушыраҡ ваҡытта ял итергә – диңгеҙ буйына, сит илгә барыу форсаты тыуамы икән?
– Юҡ, сит илгә сыҡҡаным юҡ. Сит ил паспорты ла эшләткәйнем элегерәк, хәҙер уның ҡулланыу ваҡыты ла үткәндер инде. Ҡатыныма: “Үҙегеҙ барығыҙ, минең теләк юҡ”, – тип әйткәнем дә бар. Ял итергә бик яратмайым да, бәлки, белмәйемдер ҙә. Шифаханала ла булғаным юҡ. Тик ятыу ялҡыта бит ул, ә күпме эшең тороп ҡала! – ти Илшат Фәрит улы.