Мәҙәниәт йылында республикалағы һәр мәҙәниәт ойошмаһы үҙенсәлекле саралар үткәрә.
Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында һарыҡ йөнө ҡырҡыу йолаһын күрһәттеләр. Байрам Әхмәҙулла Мәмбәтовтың крәҫтиән (фермер) хужалығында уҙғарылды. Бында 70-тән ашыу ҡуй аҫрайҙар. Өмәлә һарыҡ йөнө ҡырҡыу оҫталығына эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты.
Оҫтабикәләр йөн иләү, ойоҡбаш, бейәләй бәйләү серҙәре менән уртаҡлашты, йылы әйберҙәрҙең сәләмәтлек өсөн файҙаһы тураһында һөйләне. Ошонда уҡ йөндән бәйләнгән әйберҙәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Ҙур байрамға әүерелгән сарала “Туржы ынйылары” фольклор ансамбле сығыш яһаны.