Республика халҡы Ҡырым ярымутрауындағы шифаханаларҙа һаулығын нығытыу мөмкинлегенә эйә.
Дауалау федераль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә ойошторола. Ошо маҡсатҡа 148 миллион һум бүленә. Йыл аҙағына тиклем республиканан 1,5 мең инвалид Ҡырымға ялға ебәреләсәк.
Төбәктәргә бүленгән 2,3 миллиард һумдың 1,3 миллиарды — Социаль страховка фондына, 976,4 миллион һумы ҡаҙнаға йүнәлтелә.
Әйткәндәй, Ҡырымда 76 балалар шифаханаһы, 200-ҙән ашыу курорт бар.