Санкт-Петербург губернаторы Георгий Полтавченко Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Нева ярындағы ҡала халҡын юғары сифатлы башҡорт балы менән тәьмин итеү тураһындағы теләген хупланы.
Үҙәктең бүлек етәксеһе Надежда Шмидт әйтеүенсә, был эш импортты алмаштырыуға ярашлы тормошҡа ашырыла. Санкт-Петербург Хөкүмәте ҡалалағы алты күмәртә базаһына һәм 15 ҙур сауҙа ойошмаһына Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге менән килешеү төҙөү мөмкинлеген тикшерергә тәҡдим итте.