Республикабыҙ Рәсәйҙә төбәк финансына идара итеү сифаты юғары булған субъекттар иҫәбенә инде. Яңыраҡ илдең Финанс министрлығында ошондай мониторинг һөҙөмтәһен белдерҙеләр.
Башҡортостан рейтингтың юғары баҫҡысын ике йыл рәттән биләй. Баһа биргәндә министрлыҡ ҡаҙнаны планлаштырыу, үтәү сифаты, бурыс йөкләмәләренә, дәүләт милкенә идара итеү, муниципаль берәмектәр менән финанс мөнәсәбәттәре һәм бюджет процесының асыҡлыҡ дәрәжәһе кеүек эшмәкәрлек күрһәткестәрен иҫәпкә ала. Быйыл был баһа критерийҙарына Рәсәй Президенты 2012 йылдың 7 майында сығарған указдарҙың үтәлеше лә өҫтәлде.