Украина фашистарҙан арына алырмы?23.09.2014
Шотландияла үҙаллылыҡ буйынса референдум булып үтеүе, Украина президенты Петр Порошенконың Америка Ҡушма Штаттарына эш сәфәре иғтибар үҙәгендә булды.

СССР хәленә төшмәнеләр

Шотландияла Бөйөк Британиянан айырылып сығыу тураһында референдум булып үтте. Көнбайышта ла, АҠШ-та ла был һайлауға үтә лә ныҡ иғтибар бүлделәр һәм нисек тә Шотландияны Бөйөк Британия составында ҡалдырыр­ға тырыштылар.
Бөйөк Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон да Шотландия халҡына төрлө вәғә­ҙәләр бирҙе. Шуларҙың береһе булып Эдинбург өсөн айырым вәкәләтлектәр булдырыу тора. Был вәкәләтлектәр һалым һалыу һәм социаль мәсьәләләргә ҡағыла. Уларҙың тырыш­лығы бушҡа китмәне – һайлауҙа тауыш би­реү­селәрҙең 55,3 проценты Шотландияның Бөйөк Британия составында ҡалыуын теләне. Шулай итеп, Шотландия Бөйөк Британиянан айырылып сығып үҙаллылыҡ яулай алманы. Был илдең үҙаллылыҡҡа ынтылышын коммунистар партияһы лидеры Алекс Салмонд башлап ебәргәйне. Референдум уҙғарыу ҙа уның идеяһы ине.
Билдәле булыуынса, Бөйөк Британия тарихи дүрт айырым илде – Англия, Шотландия, Уэльс һәм Төньяҡ Ирландияны, элек төрлө илдәр составындағы 14 утрауҙы берләштерә. Шотландия айырылып сыҡҡан хәлдә Төньяҡ Ирландия менән Уэльс та был хаҡта һүҙ ҡуҙғатыр һәм Бөйөк Британия тарҡалыр ине. Ә был һис кенә лә Дэвид Кэмерон файҙаһына түгел. Тарихҡа ул тарҡатыусы булараҡ инеп ҡалыр ине. Шуға ла референдум һөҙөмтәләре өсөн иң ныҡ ҡыуанғаны ул булғандыр, һәм быны премьер-министр йәшермәне лә. Тик ҡыуанысы оҙаҡҡа бармаҫтыр, Шотландия өсөн булдырыласаҡ өҫтөнлөктәрҙе башҡалар ҙа таптыра башлаясаҡ. Уэльс әле үк Шот­лан­дияға вәғәҙә ителгән өҫтөнлөктәрҙең үҙҙәре өсөн дә булдырылыуын теләй. Уэльс хөкүмәте башлы­ғы Карвин Джонс белдереүенсә, йыл һайын үҙәктән 300 миллион евро алып ет­ке­релмәй. Ә бына Төньяҡ Ирландия иһә утрау­ҙың көньяҡ өлөшө – үҙаллы Ирланд Рес­публи­каһы менән берләшеү тураһында референдум уҙға­рыу мәсьәләһен күтәрмәксе итә. Шуға ла Дэвид Кэмеронға төбәктәргә күберәк үҙаллылыҡ биргән реформа уҙғарырға тура киләсәк. Тик шул сағында ғына Бөйөк Британия төрлө өлөшкә тарҡалыуҙан ҡотолоп ҡаласаҡ. Шотландияла үҙаллылыҡ яҡлылар еңеп сыҡҡан булһа, Европала был хәл СССР тарҡалыуға бәрәбәр булыр ине.

АҠШ-тан хәрби ярҙам булмаясаҡ

Украина президенты Петр Порошенко эш сәфәре менән АҠШ-та булып ҡайтты. Ул ил президенты Барак Обама, дәүләт секретары Джон Керри менән айырым осрашыуҙар уҙғар­ҙы, Конгрестың ике палатаһы алдында ла айырым сығыш яһарға өлгөрҙө.
Порошенконың Вашингтонға килеүе юҡҡа ғына түгел. Украина бөгөн сәйәси генә түгел, иҡтисади көрсөк тә кисерә. Шуға ла ул АҠШ-тан ярҙам һорарға килде. Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә Украина армияһы опол­чение көстәре ҡамауына эләгеп хурлыҡ­ҡа ҡалғандан һуң, Порошенко армияны көсәйтергә булды. Ул илдең көнсы­ғышында тулы еңеү яулар өсөн НАТО көстәренә лә өмөт итә. Барак Обама иһә Украинаға НАТО көстәренең ярҙам итмәйәсә­ген белдерҙе. “Украина көнсығыш­та ла, көнба­йышта ла барлыҡ күршеләре менән дә, шул иҫәптән Рәсәй менән дә татыу йәшәргә те­йеш”,– тине Барак Обама. Шул уҡ ваҡытта АҠШ Украинаға ярҙам итеүҙән баш тартмай. Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, Украина ар­мияһы өсөн 60 миллион доллар аҡса бүлгәйне. Үткән аҙналағы осрашыу барышында иһә АҠШ Украинаға 1 миллиард доллар күләмендә финанс гарантиялары бирҙе. Бынан тыш, Украина хөкүмәтенә 53 миллион доллар аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк. Шуның 46 миллион долларын Украина ҡораллы көстәренә йүнәлтеү ҡаралған. Был аҡса автомобиль, элемтә ҡора­малдары, бронежилет, кейем-һалым, медикаменттар һатып алыуға тотонолорға тейеш. Йәғни АҠШ был аҡсаларҙы ҡорал һатып алыу өсөн бүлмәй. Ә Порошенко Вашингтонға хәрби ярҙам һорап килгәйне. Шуға ла уның был уйы бойомға ашмай ҡалды. Порошенкоға Донбасс һәм Луганск ополчениеһына ҡаршы тороу өсөн генә кәрәкмәй хәрби көс, Киевтың үҙендә лә хәл ҡатмарлы. Украинаның “Уң көстәр” радикаль-милләтсе ойошмаһы етәксеһе Дмитрий Ярош Петр Порошенкоға “Виктор Янукович хәлендә ҡаласаҡһың” тип янаған. Дмитрий Ярош Донбасс һәм Луганск өлкәләренең ҡайһы бер райондарына айырым статус биреү тураһында закон ҡабул ителеүгә ризаһыҙлыҡ белдерә.

Закон үҙ көсөнә инерме?


Үткән аҙнала Юғары Рада депутаттары Донбасс һәм Луганск өлкәләренең ҡайһы бер райондарына айырым статус биреү тураһында закон ҡабул итте. Петр Порошенко уға ҡул ҡуйған осраҡта, ул үҙ көсөнә инәсәк. Дмитрий Ярош Порошенконы ошо законға ҡул ҡуймаҫҡа өндәй ҙә инде. “Евромайҙан” яҡлылар ҙа был законды өнәмәй. Улар Донбасс һәм Луганск өлкәләрен тулыһынса көс ҡулланып баҫып алыу яғында. Айырым статус иһә Донбасс һәм Луганск өлкәләренә туған телде һаҡлап алып ҡалыу ғына түгел, ә Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итеүгә лә асыҡтан-асыҡ юл аса. “Уң көстәр” етәксеһе шуға ярһый ҙа инде һәм Петр Порошенконы властан алып ташлау менән ҡурҡыта. Әйткәндәй, илебеҙҙең хоҡуҡ һаҡлау органдары Дмитрий Ярошты ситтән тороп ҡулға алыу тураһында ҡарар сығарҙы һәм халыҡ-ара эҙәрлекләү иғлан итте. Ул илебеҙгә ҡарата енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләнә. Бына шулай, Петр Порошенкоға фашистик идея менән һуғарылған Дмитрий Ярошҡа ҡаршы торорға ла тура килә. Украинала башҡа сәйәси көстәр ҙә бар, һәм уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел табыу, ҡайһы берҙәрен көс ҡулланып юҡ итеү Порошенконың ҡулынан килерме, ваҡыт күрһәтер. Дмитрий Ярош кеүектәрҙән ҡотол­маһа, ысынлап та, уның үҙен дә Виктор Янукович яҙмышы көтөүе ихтимал.




Вернуться назад