Балағыҙҙы маҡтауҙан ҡурҡмағыҙ28.01.2012
Балағыҙҙы маҡтауҙан ҡурҡмағыҙУл тыуҙырған образдарҙа тоғролоҡ, намыҫлылыҡ, рух ныҡлығы, әхлаҡлылыҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләр берегә. Күңел бөтөнлөгөнән, эске тәрбиәнән киләлер ул. Ғөмүмән, тәрбиә, әҙәп хаҡында күп һөйләргә мөмкин, ләкин уның ташҡа баҫылған ҡағиҙәләре, яҙмыштар менән нығытылған ҡанундары юҡ. Ул — күңелебеҙҙә, булмышыбыҙҙа. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ менән дә ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.
— Хөрмәтулла Ғаззали улы, тәрбиә ғаиләнән башлана, тиҙәр. Һеҙ был фекер менән килешәһегеҙме?
— Әлбиттә, шулай. Халыҡ та бит: "Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр", — тип, юҡҡа ғына әйтмәгән. Атай-әсәй абруйы бала өсөн айырыуса мөһим. Яҡындарының, туғандарының үҙ-үҙен тотошона, теге йәки был ваҡиғаға булған ҡарашына нигеҙләнеп, ул үҙе лә һиҙмәҫтән ошо мөхиткә яраҡлашырға тырыша. Был осраҡта хатта ябай ғына тойолған хуплау һүҙе лә сабыйҙың эске донъяһын үҙгәртеп ҡороуы ихтимал. Ғөмүмән, баланы маҡтауҙан, уға матур һүҙҙәр әйтеүҙән ҡурҡырға ярамай. Тәрбиә тәү сиратта күңел бөтөнлөгөнән башлана бит. Һуңынан инде ошо матурлыҡ, бер-береңә булған хөрмәт, яҡшы мөғәмәлә ғәҙәткә инә, улыңдың йәки ҡыҙыңдың йәшәү рәүешенә әйләнә, донъяға ҡарашын билдәләй.
— Тимәк, атай-әсәй араһындағы үҙ-ара йылы мөнәсәбәт, әсәй хәстәре, атай абруйы — әхлаҡ, әҙәп ҡанундарын формалаштырыуҙа төп ярҙамсы. Әммә һуңғы йылдарҙа тәрбиәнең асылын, һеҙ әйткәнсә, ғаилә усағы түгел, ә телевидение, компьютер, Интернет кеүек "заман тәрбиәселәре" билдәләй башланы түгелме? Был хаҡта һеҙ ниндәй фекерҙә? Ғөмүмән, һеҙҙең ғаилә әлеге "аҡыллы баштарға" ҡаршы нисек көрәшә?
— Ысынбарлыҡтан бер нисек тә ҡасып булмай, ләкин һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Ғаиләмә килгәндә, улдарыма дәрес эшләргә йәки башҡа ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙә ярҙам иткән хәлдә лә, тәрбиәүи яуаплылыҡ башлыса әсәләре иңенә төшә. Ғөмүмән, шулай эшлә, былай эшләмә тигәнгә ҡарағанда, үҙҙәре күреп, белеп үҫеүҙәре күпкә файҙалы, минеңсә. Улдарымдың өсөһө лә бәләкәстән театрға тартылды, төрлө спектаклдәрҙә уйнаны. Оло улым Айтуған, мәҫәлән, өс йәшенән диплом спектаклдәрендә ҡатнашты. Биш-алты йәшендә уның репертуарында Еврипидтың "Медея", М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы", Ғ. Шафиҡовтың "Һәҙиә" әҫәрҙәре бар ине инде. Минең менән бергә репетицияларға ла йөрөнө, гастролдәргә лә сыҡты. Ләкин ул сәнғәт юлынан китмәне, уныһы мөһим дә түгелдер. Иң мөһиме: эшемдең нескәлектәрен белеүе, һөнәремә төшөнөүе беҙҙе яҡынайтты, уртаҡ фекерҙәребеҙ, маҡсаттарыбыҙ барлыҡҡа килде. Азамат улым да бәләкәйҙән сәхнәлә үҫте. Киләсәк тормошон юрист һөнәрендә күрһә лә, ижадтан айырылманы. Кинйәбеҙ Арыҫлан әле мәктәптә уҡый, ләкин ул да — сәхнәлә. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең өсөн ниндәйҙер өгөт-нәсихәт, нотоҡ уҡыуға ҡарағанда балалар менән бергә йөрөп, ниндәйҙер эштәрҙе бергә башҡарып, үҙебеҙ тыуҙырған тәрбиәүи, тыныс, берҙәм мөхиткә ылығып үҫеүҙәре мең артыҡ. Минеңсә, баланы урам йоғонтоһонан ата-әсәһе генә һаҡлап алып ҡала ала. Уны ваҡытында ниндәйҙер шөғөлгә ылыҡтырыу, әйтәйек, спорт секцияһына, сәнғәт түңәрәгенә яҙҙырыу, баланың башланғыстарын хуплау һәм үҫтереү үтә мөһим был осраҡта.
— Тимәк, баланы был ярамай, теге ярамай тип тәрбиәләп булмай?
— Ярамай тип әйткән хәлдә лә, сәбәптәрен, артабанғы эҙемтәһен аңлатыу шарт. Тыйыуға ҡарағанда, аңлатыу мөһимерәк, минеңсә.
— Йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр? Тәрбиә мәсьәләһендә махсус ҡағиҙәләр бармы?
— Һәр ғаилә — үҙе бер дәүләт. Шуға был осраҡта һәр баланы айырым шәхес йөҙөндә баһалағандай, ғаиләгә лә шулай эшлә, былай эшләмә тип әйтеү урынһыҙ. Ғөмүмән, һәр мәсьәләгә шәхси ҡараш кәрәк. Хатта әлеге лә баяғы Интернет осрағында ла. Баланы был мәғлүмәт селтәренән бөтөнләй мәхрүм итеү ҙә дөрөҫ түгел. Ул иптәштәре менән аралаша, заман техникалары хаҡында һөйләшә, ҡыҙыҡһына. Баланың теләктәрен сикләп, беҙ уны тиҫтерҙәре алдында кәм күрһәтеүебеҙ бар. Шуға һәр нәмәлә алтын урталыҡты табыу шарт. Үҙемә килгәндә, минең өсөн бала — тәү сиратта яҡын дуҫ. Ниндәй генә хәлдә лә ул, һине яҡын дуҫы күреп, ҡайғылары, шатлыҡтары менән уртаҡлаша икән, был ата-әсә өсөн — ҙур еңеү.


Вернуться назад