Бал ҡортондай тырыштар23.09.2014
Бал ҡортондай тырыштар
Мораҡ ауылының шәхси эшҡыуары Алексей Самойловтың шөғөлө нәҫелдән нәҫелгә күсеп килә. Заманында уның олатаһы Иван Иванович һәм атаһы Николай Иванович умартасылыҡ кәсебен үҙ иткән. Бәләкәйҙән бал ҡорттарын, эш рәтен күреп үҫкән Алексей Николаевич бына 20 йыл инде умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

Ата-бабаһынан ҡалған 20 баш умартаны Алексей Самойлов 120-гә тиклем еткерә. Әлбиттә, бал етештереү ҙур көс талап итә, шуға ғаилә башлығына ҡатыны Зарема һәм ике улы ярҙам итә. Ауыл, район кимәлендә бал һатыуҙы көйләү өсөн магазин да аса эшҡыуар.
Быйыл улар өс тонна бал етеш­тер­гән, ә уңышлы йылдарҙа алынған “татлы ризыҡ” 5-6 тонна иҫәпләнә. Самойловтар юғары сифатлы балды Өфө­­лә үткәрелгән ауыл хужалығы, бал йәрминкәләрендә, күрше өлкәләрҙең Ырым­бур, Магнитогорск ҡалаларында һатыуға сығара. Улар йыл һайын Мәс­кәүҙә уҙғарылған “Алтын көҙ” күргәҙмә-йәр­минкәһендә Башҡорт­остан деле­га­цияһы составында әүҙем ҡатнаша.
Рәсәй киңлектәрен буйлаған Зарема менән Алексей Самойловтар сит ил­дәргә сәйәхәт итергә ярата. Улар Төр­киә, Һиндостан, Таиланд, Мысыр һәм башҡа бик күп илдәрҙә булған. Улар өсөн сәйәхәткә сығыуҙың ҡиммәтле яғы ла бар. Мәҫәлән, Бразилия һәм Таиландта Алексей Николаевич урындағы умартасылар менән осрашып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтҡан. Быйылғы ялды Самойловтар Америка Ҡушма Штаттарында үткәрергә планлаштыра, сөнки әлеге ваҡытта, студенттарҙың тел үҙләштереү программаһына ярашлы, бер улы ошо алыҫ илдә йәшәй.





Вернуться назад