Гәзит-журналды ваҡытында килтермәйҙәр, ҡайһы бер һандары юғала, тип почта хеҙмәткәрҙәре адресына йыш ҡына “таш” атылһа ла, был тармаҡта үҙ эшенең оҫталары аҙ түгеллегенә Стәрлетамаҡтан Олеся Самсонова — матур өлгө.
“Почта элемтәһенең иң яҡшы начальнигы” төбәк конкурсында тап ул еңеп сыҡты. Район һәм ҡалаларҙа иң яҡшы һөнәрмәндәр тип табылған 25 кеше араһынан Олеся Самсоноваға йылмайҙы бәхет. Әйткәндәй, эшен еренә еткереп атҡарған етәксенең ҡул аҫтындағылар ҙа илке-һалҡы йөрөй алмай. Талап итә лә белә, хеҙмәтләндереү сифатын күтәреүҙе лә тәүге сиратҡа ҡуя.
Бәйгелә ҡатнашыусылар етди һынау үтте. Мәҫәлән, сетерекле хәлдәрҙән сыға белеү оҫталығын күрһәттеләр, клиентты хеҙмәтләндереү алымдары менән таныштырҙылар. Жюри бер тауыштан беренсе урынға Олеся Самсонованы лайыҡ тип тапты. Икенсе урынды — Салауат ҡалаһынан Розалия Исмәғилева, өсөнсө урынды Стәрлетамаҡтан Юлия Лукьянова яуланы. Еңеүселәргә диплом, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Артабан Олеся Самсонова Башҡортостан данын Ырымбурҙа өлкә конкурсында яҡлаясаҡ.