Әхмәт-Зәки Вәлиди эҙҙәренән23.09.2014
Әхмәт-Зәки Вәлиди эҙҙәренән Эйе, Зәки Вәлиди Туған тыуған яҡта­рына ҡайтырға һәр саҡ хыялланған. Төркиәгә сәфәр ҡылған халыҡ шағиры Мостай Кәрим: “...Бер саҡ Төркиәгә барғанда, беҙ Константин Симонов менән яҡта­шыбыҙ Зәки Вәлидиҙе күреп һөйләштек. Оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырғандан һуң, беҙ унан һорап ҡуйҙыҡ: “Һеҙ әле нимә тураһында уйлайһығыҙ?” Ул ауыр ғына көрһөнөп: “Үлер алдынан бер генә көнгә булһа ла тыуған яҡтарыма, Башҡор­тостаныма, ҡайтып әйләнергә ине”, — тине (“Республика Башкортостан” от 15 марта 2007 года. “Он мечтал вернуться на Родину”).
Әммә уның теләге тормошҡа ашмай. Власть башында ултырған Леонид Брежнев СССР-ға инергә рөхсәт итмәй, ә Ио­сиф Сталин, Никита Хрущев дәүерендә был турала һүҙ ҙә ҡуҙғатыу мөмкин булмай.
Башҡорт халҡының тарихы менән бик боронғо ваҡыттан сәйәхәтсе ғалимдар ҡыҙыҡһынған. Беренселәрҙән булып ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙлан башҡорттар тураһында яҙып сыҡҡан. Урта быуаттарҙа Венгрия ғалимдары, башҡорттар араһына килеп, уларҙың тарихын өйрәнә, сөнки ҡасандыр мадъярҙарҙың ата-бабалары Уралдан Дунай буйҙарына күсеп ултыра. Башҡорт һәм мадъяр телдәре араһында дөйөм оҡшашлыҡ һәм үҙенсәлектәр бар­лығын күптән ғалимдар раҫлаған. Шуға ярашлы 1925 йылдан башлап Будапешт университетында башҡорт телен өй­рәнәләр, ә 1945 йылдан Германияла был телде өйрәтеп, уға ғашиҡ булып, башҡорт халҡына дуҫ булып китәләр. Төркиәнең иң боронғо уҡыу йорто булған мәшһүр Истанбул университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу һәм өйрәнеү халҡы­быҙ күңелендә ғорурлыҡ уята. Университет Византия империяһы тар-мар ителгәс, 1453 йылдың 29 майында Солтан Мәхмүт II бойороғо буйынса изге София соборы нигеҙендә асыла.
Был юғары уҡыу йорто — мәғариф, фән һәм мәҙәниәттең үҫешен тиҙләткән, Көнбайыш һәм Көнсығыш ҡиммәттәрен бер урынға туплаған, уларҙың күсә­гилешлелеген һаҡлаған, Төркиәгә һәм бөтә донъяға юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләгән үҙәк. Төркиәлә 175 университет иҫәпләнә, шуның 46-һы – Истанбулда. Барлыҡ юғары уҡыу йортонда 4,2 миллион студент белем ала. Истанбул университетының Евразия институты бүлегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты эшләй. Унда 24 кеше уҡый.
Истанбул университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы Исмәт Бинәр 2014 йылдың майында төрөк һәм башҡорт телдәрендә башҡорт теленең грамма­тикаһын Истанбул нәшриәтендә ба­ҫып сығарҙы. 240 битлек китабында ғалим баш­ҡорт теленең фонетикаһына, морфо­логияһына (исем, ҡылым, алмаш, сифат, рәүеш, бәйләүестәр, теркәүестәр, киҫәксә­ләр, ымлыҡтар, мөнәсәбәт һүҙҙәр һ.б.), орфографияһына, синтаксис һәм пунктуация тураһында төрөксә һәм башҡортса тулы мәғлүмәттәр бирә. Бына ул дәреслек минең ҡулымда. Ҡыҙыҡһынып уҡып сы­ғырға тырышам. Күп һүҙҙәр таныш, тәүҙә төрөксә латин хәрефтәре менән бирелһә, йәнәш кириллица ярҙамында башҡортса бирелә.
Ошо дәреслек аша Истанбул уни­вер­си­те­тының Евразия бүлеге студенттары башҡорт халҡының тарихын, уның тел үҙенсәлектәрен, моңон, әҙәбиәтен өйрә­нәсәк. Башҡорт теле башҡа төрки телдәргә ҡарағанда ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, доктор Исмәт Бинәрҙең ғилми яҡтан эшкәртеп баҫтырып сығарыуы – үҙе бер батырлыҡ. Үҙенең әйтеүе буйынса, китап АҠШ-та һәм Ҡытайҙа юғары баһа алған.
Әле генә баҫылып сыҡҡан был китапҡа баш һүҙҙе Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова яҙған. Ваҡытында ул Исмәтте баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, уға ҡыҙыҡһыныу уятҡан, ошондай мөһим дәреслекте юғары кимәлдә төҙөгән уҡыусыһына рәхмәт еткерә. Артабан изге эшендә уңыш, аҡ юл теләп ҡала.
Китапҡа башҡорт шағирҙарының иң аҫыл ижад өлгөләре индерелгән. Б. Бик­бай­ҙың “Туған тел”, Р. Бикбайҙың “Хал­ҡыма хат”, К. Кинйәбулатованың “Туған телем”, Ш. Бабичтың “Беҙ”, “Башҡорт халҡына көйлө хитап”, “Башҡортостан”, Р. Ғариповтың “Башҡортостан”, С. Юлаев­тың “Уралым” шиғырҙары, әҙәби әҫәрҙәр индерелгән. Шулай уҡ башҡорт халыҡ ижадынан ҡобайырҙар, әкиәттәр, мәҡәлдәр төрөксә бирелгән.
Исмәт Бинәр халҡыбыҙҙың тел үҙен­сәлектәрен яҡшы белә. Башҡортса ифрат таҙа һөйләшә. Төркиәлә сәйәхәт итеп йөрөгәндең өсөнсө көнөнә Истанбул университетының башҡорт теле бүлеген­дә уҡыусы студенттар менән осрашыу булды. Мин башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын ятҡа уҡыным. Башҡортса яҡшы аңлайҙар. Уларҙың һорауҙарына яуап бирҙем. Үҙем яҙған, Башҡортостан­дан алып барған китаптарҙы бүләк иттем. Осрашыу эшлекле үтте. Студенттар миңә:
— Башҡорт халҡы ҡасан кириллицанан латин графикаһына күсә? Бөгөн бөтә халыҡтар, бигерәк тә төрки халыҡтары, ошо графиканы үҙ итә. Компьютерҙар ҙа шул яҙмала. Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге студенттары, кириллицаны бик ҡыйынлыҡ менән уҡыйбыҙ, — тигән һорау ҙа бирҙе.
Мин уларға үҙемсә яуап бирҙем:
— Эйе, бөтә донъя яҙмаһы хәҙер шуға табан бара, латин хәрефтәре менән яҙалар. Рәсәй ҙә тиҙҙән ошо графикаға күсер әле тигән ышаныс бар. Бындай йүнәлеш халыҡтарҙы үҙ-ара берләштерә, яҡынайта.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙ 1929 йылға тиклем белем һәм тәрбиәне меңәр йылдар буйы ғәрәп графикаһында ала, әммә шул уҡ йылда ғәрәп яҙмаһын латин алфавитына, ә 1939 йылда, бер кемдән дә һорап тормай, кириллицаға күсерәләр.
1929—1930 йылдарҙа, латин алфавитына күсеү дәүерендә, “грамотаһыҙ” ха­лыҡ­ты уҡытыу өсөн һәр ауылда ликбездар ойошторолдо. Һәр уҡый-яҙа белгән кеше һигеҙ-ун кешене грамотаға өйрәтергә бурыслы ине.
Һуңынан, йәнәһе, башҡорт халҡы рево­люцияға тиклем тома наҙан, яҙмаһы ла, әҙәбиәте лә булмаған, тип үҙәк гәзит-журналдар бөтә донъяға ялған хәбәр таратырға ашыҡты. Мәҫәлән, 1987 йыл­дың 11 майында “Правда” гәзите: “Башкирский народ, не имевший даже своей письменности, совершил удивительный исторический скачок от патриархального уклада жизни к высотам, с которых виден всему миру”, – тип яҙҙы.
Эйе, бөгөн мәғарифы, мәҙәниәте, сән­ғә­те, медицинаһы юғары кимәлгә күтәрелгән башҡорт халҡы, үҙенең яҙмаһы булмаһа, ерен, халҡын, һыуын, телен, динен яҡлап 200 йыл буйы колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшә алыр инеме?! Ат еткән ергә ат, хат еткән ергә хат ебәреп, халҡыбыҙ үҙ-ара хәбәрләшкән, илдә барған хәл-ваҡиға­ларҙы бер-береһенә еткереп торған. ХVII–ХIХ быуаттарҙа һәр ауылда уҡый-яҙа белгән кешеләр етерлек булған.
Барлыҡ күтәрелеш етәкселәре лә халыҡҡа һәр төрлө яҙма мөрәжәғәттәр, фармандар менән оран һалған. 1755 йылдың 15 майында Талҡаҫ һәм Ирәндек буйында башланып киткән ихтилалда, уның етәксеһе Батырша (Ғабдулла Ғәли улы) яҙма өндәмәһен уҡып, ошо уҡ ке­шеләр күтәрелештә әүҙем ҡатнаша. Рәсәй империяһының ҡотон алған Аҡай, Күсем, Алдар, Ҡараһаҡал, Салауат, Юлай, Кинйә кеүек шәхестәребеҙ белемһеҙ булһа, шундай ҙур хәрәкәткә етәкселек итә алырҙар инеме?
Зәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәре лә, белемле һәм аңлы эш итеп, Рәсәй составында иң тәүге автономиялы республиканы төҙөй алған. Халҡыбыҙҙа уҡый-яҙа белеү Ислам дине инеү менән башлана. Һәр бер ауылда мәсет, уның янында мәҙ­рәсәләр булған. Халыҡты уҡырға, яҙырға өйрәткәндәр, яҡшы тәрбиә биргәндәр.
“Табаҡ та ғына, ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған хаттары.
Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары”.
Халҡыбыҙ наҙан булһа, бындай хат­тарҙы уҡый алырҙар инеме? Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ VII – VIII быуаттарҙа руник яҙыу, ә IХ быуаттан, Ислам динен индереү менән, ғәрәп алфавитын ҡуллана башлай. Халҡыбыҙ меңәр йыл буйы ошо ғәрәп яҙмаһы ярҙамында аралашҡан, аң-белем алған, яҙышҡан. Тик үткән быуат­тың 30-сы йылдарында латин, ә 40-сы йылдарында урыҫ яҙмаһына күсеп, ғәрәп алфавитын онотоп ҡуйҙыҡ, шул алфавитта яҙылған документтарҙы, тарихи яҙмаларҙы бөгөн уҡый алмауыбыҙ үтә үкенесле. Был документтарҙан халҡы­быҙҙың әллә күпме тарихи биттәрен асырға булыр ине. Шуның һымаҡ, бөгөн ҡапыл латин графикаһына күсһәк, беҙҙе тағы ла “наҙан” халыҡ тип атамаҫтармы икән? Сөнки 70 йыл буйы Совет власы йылдарында кириллица нигеҙендә ижад ителгән әҙәбиә­тебеҙҙе, яҙмаларыбыҙҙы уҡыусылар булырмы? Минеңсә, латин графикаһына күсергә ашығырға ярамаҫ. Тағы ла “башҡорт халҡының революцияға тиклем үҙ яҙмаһы, әҙәбиәте булмаған” тигән уйҙырма һымаҡ, үҙәк гәзит-журналдар беҙҙе наҙанлыҡта ғәйепләп яр һаласаҡ, әлбиттә.

Азамат ТАЖЕТДИНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад