Илдә ғәрәсәт ҡупмаһын!23.09.2014
Һуғыш... Күңелгә шом һалған был һүҙ тураһында беҙ кино ҡарап, китаптар уҡып ҡына беләбеҙ. Әле телевизор аша яңылыҡтар тыңлағанда йөрәк зымбырлап китә: илебеҙ тыныс йәшәһен!


Бөйөк Ватан һуғышында бәләкәс кенә Һаҡмар ауылынан күптәр фронтҡа алына һәм сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡала. Улар Тыуған ил азатлығы өсөн башын һала. Фронт хәлдәрен теҙеп яҙмай ғына, тылда эшләгән олатайым Ғәлимйән Исхаҡ улы Ильясов тураһында бәйән итмәксемен.
1941 йылдың көҙөндә бәләкәй генә Ғәлимйән 3-сө класҡа уҡырға бара. Был мәлдә уға 9 йәш була. Шулай ҡыш етә. Декабрҙең сатлама һыуыҡ көндәрендә кейергә йүнле кейемдәре лә булмай. Ә ғаиләһендә, Ғәлимйәндән тыш, береһенән-береһе бәләкәй өс бала бар. Аталары хеҙмәт армияһына алына. Өлкән ағайҙары Әбүталип менән Фазулла һуғышҡа китә. Бына шулай, улар аслы-туҡлы, ярым-яланғас саҡ яҙҙы еткерәләр. Шуға ла ауылдағы бригадир Ғәлимйәнгә күсер булырға тәҡдим иткәс, шатланып риза була. Ниһайәт, үҙен үҙе туйындыра аласаҡ, туғандарына ла ярҙам итергә өмөтләнә.
Бригадир менән улар ҡайҙа ғына булмай! Хатта Магнитогорск ҡалаһына барып етәләр. Баймаҡ, Асҡар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Күп ваҡыт яландарҙа төн үткәрәләр. Ер өҫтөндә йоҡлаған саҡтары ла йыш була. Шулай башлана олатайымдың хеҙмәткә бағышланған ғүмер юлы.
1943 йыл. Иген ишелеп уңа. Эшсе ҡулдар етмәгәнлектән йыйып өлгөрмәй ҡалалар. Ҡалын итеп ҡар яуып һала. Яҙ етеү менән икмәккә туймаған ауыл халҡы баҫыуға ағыла. Был йылда бик күптәр ағыуланып һәләк була. Олатайым хәтерләүенсә, хатта бер төндә дүрт-биш кеше бер юлы үлгән. Уйлаһаң, йөрәк әрней.
Бына шулай, һуғыш олатайымдың бала сағын урлай. Иркәләнеп кенә үҫер урынға эшкә егелә. Үҙ тамағын үҙе хәстәрләргә мәжбүр була. Еңеү яҙын да имен-аман ҡаршылайҙар. Тиҙҙән хеҙмәт армияһынан атаһы, тағы бер аҙҙан ағаһы Әбүталип ҡайта. Фазулла ағаһы сос, үткер булғанлыҡтан разведкала хеҙмәт итә. Аҙаҡ Венгрияла хеҙмәтен дауам итә. Тыуған яҡтарына ни бары 1951 йылда ғына аяҡ баҫа.
Илебеҙҙә һуғыш ғәрәсәте булмаһын! Тыныслыҡта ғүмер итергә яҙһын!

Сәлимә ИЛЬЯСОВА,
Һаҡмар мәктәбе уҡыусыһы.





Вернуться назад