Республикабыҙҙың мәртәбәле премияһына тәҡдим ителгән “Аҡтамыр”, “Өн һәм һан” романдарының авторы Ғәлим Афзал улы Хисамов әҙәбиәт мөхитенә үҙенсәлекле хикәйәләре һәм күләмле повестары менән килеп инде. Тәүге һөйләменән үк уҡыусының бар зиһенен ялмап алған сюжет линияһы, образдар теҙмәһенең камиллығы менән башҡа әҙәби әҫәрҙәрҙән айырылып торҙо улар. Шуға ла сағыштырмаса ҙур булмаған ваҡыт арауығында Ғәлим Хисамов уҡыусы тарафынан көтөп алынған, яратып уҡылған прозаик булып танылды.
Яҙыусы, ваҡыт, заман даръяларын бик еңеллек менән кисеп сығып, беҙҙең уй-кисерештәребеҙҙе милләтебеҙҙең әлмисаҡтағы көнитмешенә алып инә һәм һиҫкәндерерлек, шул уҡ ваҡытта тетрәндерерлек мажараларға юлыҡтыра. Был алымды беҙ бигерәк тә “Аһура-Мазда” һәм “Өн һәм һан” романдарында күрәбеҙ.
“Аҡтамыр” романында иһә китап уҡыусы үҙенә таныш мөхиткә эләгә. Ярым документаль был әҫәр ХХ быуат ваҡиғаларына алып ҡайта һәм тағы ла бер тапҡыр халҡыбыҙ үҙе шаһит булған мажараларға юлыҡтыра. Шәхес һәм заман, ябай кеше һәм тарих төшөнсәләренең ни тиклем бер-береһенә бәйле булыуын ғәҙәти тормошобоҙҙағы ваҡиғалар аша һүрәтләй. “Халҡым”, “илем” тип йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер кешеләрҙең беҙҙең менән йәнәшә йәшәүен иҫбат итә, шуларҙан үрнәк алырға өндәгәндәй.
“Өн һәм һан” романын тәрән фәлсәфәүи сөңгөлдәрҙе байҡаған әҫәр тип атарға мөмкин. Геройҙарына Урал, Сәсән, Сәскә, Ирек кеүек символик мәғәнәле исемдәр бирелеүе әҫәрҙең кешелектең тәүтормош сағынан бөгөнгө көнөнә тиклемге тарихын үҙ эсенә аласағына ишара. Башҡорт милләтенең формалашыу юлдары, милләт этногенезы кеүек темаларға асыҡлыҡ индереү юлында эшләгән ғалимдарыбыҙҙың асыштары ла романда иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Сюжет линияһына Рәхимов, Ельцин кеүек тарихи шәхестәрҙең гармоник рәүештә үрелеүе кисәгебеҙҙең ниндәйлеген һәм ысынбарлыҡтың нисек булыуын күрһәтә.
Дөйөм алғанда, Ғәлим Хисамов – халҡы менән бер ҡатарҙан атлаусы әҙип. Милләтебеҙҙең үткәне, кисәгеһе һәм бөгөнгө ысынбарлыҡ – авторҙың йөрәгендә ут булып дөрләүсе тере ҡуҙ.
Башҡортостандың әҙәби мөхитен үҙенсәлекле повестары, романдары менән байытҡан, ваҡыт даръяларында “йөҙә” алған, үткән менән бөгөнгөнө оҫта бәйләй белгән прозаик Ғәлим Хисамовтың романдары Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡлы.