Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте20.09.2014
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн “Востокнефтезаводмонтаж”дың Өфөләге 2-се монтаж фирмаһы монтажсыһы Вәлиәхмәтов Рәсим Рәшит улы, “Үҙәк” машина-технологик станция­һы­ның Саҡмағош филиалы тракторсыһы Тәмим­дәров Рифат Шәрифйән улы II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнде; ватан мәҙәниәтен үҫтереүҙәге хеҙмәте һәм оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгәне өсөн урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы Махней Николай Ивановичҡа — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәте һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемен­дәге республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире Хәмитов Әмир Айытҡол улына — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы”, ошо уҡ дауахананың өлкән шәфҡәт туташы Ҡотлоғәлләмова Гөлнарат Сабирйән ҡыҙына — “Рәсәй Федерацияһының атҡа­ҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре”, төҙөлөш өлкәһендәге хеҙмәте һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн “Стәрлетамаҡ-1 Востокнефтезаводмонтаж” йәмғиәте монтажсыһы Әбсәләмов Әсҡәт Әхәт улына, “Мәләүез Востокнефтезаводмонтаж” йәмғиәтенең газ ярҙамында киҫеүсеһе Блохин Олег Георгиевичҡа, “Стәрлетамаҡ-2 Востокнефтезаводмонтаж” йәмғиәте монтаж­сыһы Хәмиҙуллин Фәнзил Наил улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад