Йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәй20.09.2014
Йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәй
Күренекле шағирә Зарема Әхмәтйәнованың, ҡартлыҡ бик күп нәмәләрҙең ҡәҙерен белер саҡтыр, тигән һүҙҙәре Ленин ордены һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры Фәнир РАФИҠОВҡа ҡарата әйтелгән, тиерһең. Иң мөһиме — донъяларҙың имен тороуын теләй хеҙмәт ветераны, илебеҙҙәге тыныс тормошҡа шатланып бөтә алмай, балаларының оло ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй, ейән-ейәнсәрҙәренең һәр шатлыҡ-ҡыуанысын үҙенекеләй ҡабул итә.
Хөрмәтле олатайыбыҙҙы мөһабәт йорто (ярты быуат ваҡыт үтһә лә, өй кисә төҙөлгәндәй балҡып күренә) алдындағы ҡоҙоҡ эргәһендә тап иттек. Фәнир Абдрахман улы уға бәйле серҙе систе. Ғәжәп бит, 1917 йылғы ҡоҙоҡтан ул осорҙа тотош ауыл һыу эскән!


— Фәнир олатайыбыҙ бөгөн дә мал тота, бал ҡорто үрсетә, баҡса үҫтерә, тигәйне миәкәләр һеҙҙең турала. Тыныс ҡына йәшәп ятыу урынына бәләкәй булмаған хужалыҡты алып барыу ауыр түгелме?
Йәштәргә өлгө күрһәтеп йәшәй— Бындай һүҙҙәрҙе бер һеҙҙән генә ишетмәйем. Уйлап ҡарағыҙ әле, үҙ аҡылымда булғанда, аяҡтарым йөрөп, ҡулдарым хәрәкәт иткәндә, ниңә диванда бот күтәреп тик ятырға? Колхозда эшләгән саҡта көн дә таң һарыһынан баҫыуға сығып урамаһам, үҙемә урын таба алмай торғайным. Күс болонлоғо, Камалый түбәһе, Дим буйынан әйләнеп килеүемә кә­ләшем ҡайнатҡан сама­уыр­ҙың бор­ҡолдап ул­тырыуына күңел тағы ла дәртләнеп китә. Моғайын, ҡыҙыҡ­һыныу­санлыҡ, эшһөйәрлек сифаты бәләкәйҙән ҡаныма һең­гәндер. Дүртенсе класты тамамлағас та, башкөллө хужалыҡ мәшәҡәттәренә сумдым. Һуғыш башланғанда миңә 10 йәш тә тулмағайны. Ул осорҙа мал аҙығы самалы әҙерләнгәндер инде. Ҡыш, айырыуса яҙ малдар күтәртмәһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек, ә йәй яландан ҡайтып инмәнек. Хәҙер ошолар тураһында йәш-елкенсәккә һөйләһәм, билләһи, көлөп ҡарарҙар, ышанмаҫтар. Әле лә әтәс ҡысҡырыуын көтмәйенсә һарайыма ашығам. Ни хәл итәһең, тик ултыра белмәйем. Шул уҡ ваҡытта йәштәргә өлгө күрһәтәйем, һабаҡ бирәйем, тим. Ялҡауҙар 90-ды ҡыуалаған ҡарттан оялһын. Юғиһә эш юҡ тип шыңшығандар артҡандан-арта түгелме?! Шөкөр, балаларымдың ярҙамын тоям, район етәкселегенә лә ҙур рәхмәт. Шулай булһа ла, һаулыҡ бар саҡта хужалығымды бөтөрмәйәсәкмен.
Умарталығым — кескәй генә донъя. Бал ҡорттары бит сабый шикелле. Әҙ генә уяулыҡты юғалттыңмы, үҙеңә үпкәлә. Айырыуса ҡорттар айырған мәлдә һиҙгерлек ныҡ талап ителә. Баҡса сәсеүем иһә айырым һөйләшеүгә тиң. Ни тиһәң дә, беҙҙең быуын алдынғы сөгөлдөрсөләр булып танылды заманында. 11 сутыйҙан ашыу пай ерем бар. Йыйып ҡына әйткәндә, быларҙың барыһы ла ҡартайырға ирек бирмәй.
— Халыҡта техника менән мауы­ғыусыларға “тимер ене ҡағылған” тигән шаяртыу бар. Һеҙгә ҡарата ла шулай тиергә мөмкин. Ғәжәп бит, тракторҙы үҙ ҡул­дарығыҙ менән йыйғанһығыҙ. Уны күпме ваҡыт эсендә ҡорҙоғоҙ?
— Һуғыш тамамланып, бер нисә йыл үткәс, мине “Степная” МТС-ының тракторсылар курсына ебәрҙеләр. Заманында был уҡыу йортоноң даны тирә-яҡҡа ныҡ тарал­ғай­ны. Маҡтаныу түгел, өс айлыҡ курс программаһын бер айҙа үҙләштерҙем, уҡытыусының һәр һөйләгәнен күңелемә һеңдереп ултырҙым. Ул саҡта белем алыу теләге миндә шул тиклем көслө ине, уҡыуға һыуһағайным. Тракторҙан төшмәй эшләү, “движок”ты төн эсендә һүтеп йыйыу, иртәгәһенә сәғәт кеүек текелдәгән трактор менән баҫыуға сығыу — барыһы-барыһы ла иҫтә. Уйынсыҡҡа оҡшап тора ул. Ғүмерҙә лә ат тотманым, ләкин “тимер ат”ты егеп йөрөйөм. Бесән сабып йыйыу тиһеңме, ер һөрөп эшкәртеү булһынмы, ҡыҫҡаһы, хужалыҡтағы төп ярҙамсым. Ауыл урамынан бер үтеүе үҙе ни тора!.. Йыйыуға дүрт йыл тирәһе ваҡыт киткәндер...
— Ғүмер буйы тимер-томор араһында ҡайнаған кешенең ҡапылдан ҡәләмгә тотоноуы сәйер тойола. Китап яҙырға нимә этәргес бирҙе?
— Әҙәм балаһының ғүмер ағышы бик ҡыҫҡа ғына, йәшәйеште күҙ асып йомоу менән сағыштыралар, был ысынында шулай. Ваҡыт арбаһы алға тәгәрәгән һайын үткәндәр баҙыҡлана бара, асығыраҡ күҙ алдына баҫа. Ғөмүмән, ҡулыма ҡәләм алырға ошо уйланыу­арым, хәтирәләр этәрҙе. “Әйтер һүҙем бар” тип атаным тәүге китабымды. Вариҫтарыма, ырыуҙаштарыма, балаларыма, ауылдаштарыма һәм башҡаларға әйтер һүҙем бихисап. Ҡулъяҙмамда һүҙ башлыса башҡорт халҡының тарихы, тормош-көнкүреше тураһында бара. Ә ошо китабымды яҙыуға Баймаҡ районында ойошторолған мәртәбәле Бөрйән ырыуы йыйынында ҡатнашыуым — төп сәбәпсе. Сараға Миәкә тарафынан дүрт кеше – Баязит Ильясов, Мансур Сәғәрйәров, Әхтәм Ибәтуллин һәм мин барҙыҡ. Тарих тураһында тағы бер китап әҙерләйем әле.
— Бөрйәндәрҙең йыйынында ҡунаҡ сифатында ҡатнаш­тығыҙмы?
– Тарихи сыға­наҡ­тарҙан күренеүенсә, беҙҙең Сәтәй-Бөрйән ауылына Сәтәй исемле ҡарт нигеҙ һалған. Борон Бөр­йән яҡ­тарында ха­лыҡҡа ер етмәй баш­лағас, ете ғаилә өйөр-өйөр йыл­ҡы­лары, бүтән төрлө кәрәк-ярағы менән иркенлек эҙ­ләп оҙай­лы сәфәргә сыҡҡан. Күрәһең, Дим буй­ҙарының хозурлығын оҡшатҡандарҙыр — улар нәҡ ошонда төп­ләнгән. Беҙ – бөрйән­дәр! Миәкә районында таралған Бөрйән ырыуы халҡы исеменән вәкил булып барҙыҡ.
– Китапҡа әйләнеп ҡайтҡанда, баҫма Миәкәлә лә, Өфөлә лә түгел, ә ниңәлер Баймаҡта нәшер ителгән...
– Ҡатыным Фәнүзә менән, ул сығышы менән Туймазы районының Соҡаҙыбаш ауылынан ине, биш баланы аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 61 йыл буйы ҡайғыһын да уртаҡ күтәргән, шатлыҡ килгәндә лә бергә ҡыуанған кәңәшсем һәм таянысым был донъянан китте. Фәниә, Фәрит һәм Нәзифә Миәкә районында ғаиләләре менән йәшәй, Фәнүз – Сәтәй-Бөрйәндә. Бына Әлфиә ҡыҙым ғына ситтә, Мазһар кейәү (ул Ниғәмәт ауылынан) менән Баймаҡ ҡалаһында ғүмер итәләр, икеһе лә эшҡыуар. Барыһының да донъялары ныҡлы, етеш йәшәйҙәр, ҡыуанысым сикһеҙ. Ирәндек, Һаҡмар, Талҡаҫ буйҙарында ял иткәндә ошо китапты “Һаҡмар” нәшриәтендә баҫтырырға яҡындарым үҙҙәре тәҡдим итте.
— Әле дин юлынан китеүселәрҙең күплеге иғтибарҙы йәлеп итә. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек?
– Дин – таҙалыҡ, сафлыҡ таратыусы. Ысынлап та, йәштәр тулҡын-тулҡын намаҙға баҫа икән, был күренешкә тик ҡыуанырға ғына кәрәк. Ауылда мәсет астырыуҙы хәстәрләйем.
– Фәнир Абдрахман улы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Тыныс, имен тормош теләйбеҙ һеҙгә!

Илдар АҠЪЮЛОВ
әңгәмәләште.


Вернуться назад