Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
И, ғәзиз балалар! Ата-әсәләрегеҙ һеҙгә иң ауыр һәм мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе ҡылды һәм улар һеҙгә хеҙмәт итеүҙе дауам итешә, һәр ваҡыт һеҙҙең өсөн тырыша. Аллаһы Тәғәләгә ялбарып, һеҙҙең өсөн доғалар ҡылалар. Инде һеҙ ҙә уларҙың был яҡшылыҡтарын һәм хеҙмәттәрен камил ҡылып ҡайтарығыҙ, көсөгөҙҙән килгәнсә уларға ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ! Аллаһы Тәғәлә ата-әсәгә яҡшылыҡ ҡылырға ҡушты. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм дә: "Ата-әсәләрен риза ҡылыусы балаларҙан Аллаһы Тәғәлә лә риза булыр", — тине.
Ата-әсәйегеҙ киләсәк көндә һеҙҙең хөрмәтле һәм файҙалы булыуығыҙҙы өмөт итеп, Аллаһы Тәғәләнән ялбарып һорай. Инде һеҙ ҙә бындай игелектәргә ҡаршы яуызлыҡ ҡылыусы булмағыҙ, өгөт-нәсихәттәрен уларҙан ҡурҡып һәм өркөп түгел, бәлки, яратып ҡабул итегеҙ. Сөнки улар күп тәжрибә аша был донъя хәлен һәм уның серҙәрен күберәк белә.
Кешенең итәғәтле булыуы — күңеленең яҡшылығында. Һеҙгә иң яҡын кешеләр — ата-әсәләрегеҙ. Шуның өсөн уларға һәр ваҡыт итәғәтле булығыҙ, эштә һәм һүҙҙә уларға ҡаршы килмәгеҙ. Шул ваҡытта уларҙың күңеле лә һәм үҙегеҙҙең күңелегеҙ ҙә рәхәт табыр, тормошоғоҙ гүзәл булыр.
Ата-әсәләрегеҙ алдында әҙәпле булығыҙ, уларҙың һүҙен яҡшы тотоғоҙ. Улар менән ҡысҡырмай ғына, әҙәпле итеп асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ. Улар аяҡ өҫтө торғанда һеҙ ултырмағыҙ.
Юлығыҙҙа ата-әсәгеҙ осраһа, уларға һәм уның менән бергә булғандарға сәләм биреп, хеҙмәттәрен үтәргә әҙер тороғоҙ! Әгәр ултырып торған ваҡытығыҙҙа килһәләр, асыҡ йөҙ күрһәтеп, урынығыҙҙан тороп ҡаршылағыҙ. Ата-әсәгеҙ һеҙгә нимә бирһә лә, үҙҙәренең миһырбанлыҡтары менән бирер. Шуның өсөн нимә һораһағыҙ ҙа башҡалар юҡ ваҡытта әҙәпле итеп һорағыҙ. Әгәр һораған әйберҙе бирмәһәләр, уларҙы борсомағыҙ, сөнки һеҙгә нимә кәрәк, йә кәрәк түгел икәнлеген һәм үҙегеҙгә ниндәй эштәр тура килеү-килмәүен улар яҡшыраҡ белә.
Атайығыҙҙың иң яҡын дуҫынан булһа ла, атайығыҙ рөхсәтенән тыш нимә лә булһа һорау ғәйеп эш һәм ғаилә хөрмәтен ебәреүҙер. Шуның өсөн йомоштарығыҙҙы башҡаларҙан түгел, ә атайығыҙҙан һорағыҙ.
Бала сағында аҡса тоторға өйрәнмәгән кешеләр олоғайғас та белмәй һәм, байлығын сарыф итеп, донъя рәхәтен күрмәй. Шуның өсөн ата-әсәгеҙ биргән аҡсаны тотона белергә өйрәнегеҙ. "Был аҙ ғына аҡса", — тимәгеҙ, сөнки әлегә һеҙҙең кәрәгегеҙ ҙә аҙ.
("Башҡортса дини календар"ҙан).