Йәкшәмбе, 21 сентябрҙән, Өфөләге Дуҫлыҡ монументында автотранспорт хәрәкәтен ойоштороу схемаһы үҙгәрә.
Хәҙер бында бер яҡлы хәрәкәт иткән ике юл һыҙаты асыла. Уларҙың береһе, Зәки Вәлиди урамы яғынан килгәне, ете һыҙатҡа тиклем киңәйә, шуның икәүһе — Пугачев, өсәүһе — Сочи, тағы ла икәүһе Менделеев урамдарына йүнәлә. Сочи урамынан Октябрь революцияһы урамына илткәнендә биш һыҙат барлыҡҡа килә. Шуларҙың икәүһе буйлап Октябрь революцияһы урамына боролорға, өсәүһенән Зәки Вәлиди урамына сығырға мөмкин. Иң ситтәге һул һыҙаттан да кире боролорға мөмкин. Сочи урамынан Менделеев урамына ла боролош бар.
Юл хәрәкәтенең яңы схемаһы көсөргәнешлекте бөтөрөү маҡсатында ғәмәлгә индерелә. Водителдәргә һаҡ булырға, яңы юл билдәләренә иғтибар итергә кәрәк.