Украиналағы хәл Сүриәне хәтерләтә20.09.2014
Сәғүд Ғәрәп Республикаһының ваҡыф һәм ислам эштәре министры Мөхәммәт Әбдесаттар Ассаидтың фекеренсә, әле Украинала барған ваҡиғалар Сүриәләге хәлдәргә оҡшаш.

“Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конфе­рен­цияһында ул Сүриәләге ауыр шарттар хаҡында һөйләне. Был илдең рәсми делегацияһы Өфөгә Рәсәй мосол­мандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың саҡырыуы буйынса килгән.
—Террорсылар азатлыҡ һәм демократия лозунгтары аҫтында йәшәйешебеҙ нигеҙен ҡаҡшатты. Улар ислам джихад байрағын ҡорал итеп алды. Ә бит исламдың быға бер ниндәй ҡағылышы юҡ, ул — тыныслыҡ сығанағы. Террорсылар, АҠШ-ҡа арҡаланып, дингә яла яҡты, уны боҙҙо, — тине министр.
Бөгөн Сүриәләге һуғышта яҡын кешеһен юғалтмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр, моғайын. Ҡунаҡ Рәсәйгә һәм ил Президенты Владимир Путинға, АҠШ илһамландырған көнбайыш илдәренең ҡаршылыҡ күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, ныҡлы позицияла торғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сәфәр барышында сүриәләр Рәсәй ислам университеты студенттарына бер нисә дәрес бирҙе, республика Президенты Хакимиәте вәкилдәре менән осрашты, шулай уҡ Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты менән Сәғүд Ғәрәп Республикаһының Ваҡыф һәм ислам эштәре министрлығы араһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.




Вернуться назад