“Уралтау” ауыл хужалығы предприятиеһының киң, мул башаҡлы баҫыуҙары ҡеүәтле “Акрос”тарҙың тауышына күмелгән. Бер-бер артлы теҙелгән ун комбайн иген даръяһын гиҙә. Ауыл хеҙмәтсәндәренең һөҙөмтәле эшенә ҡарауы үҙе бер кинәнес. Күҙ алдына балалыҡ йылдарым, гөрләп торған ауыл килә… Бына бункеры тулған комбайн янына тағылмалы йөк автомобиле барып туҡтаны. Тирә-яҡҡа ел ыңғайы саң таралды, ашлыҡ сүбе һибелде.
Эргәбеҙгә хужалыҡтың йәш агрономы Рәүил Мәүлитов килеп етте. Унан райондың иң шәп комбайнсыларының береһе – Алик Әбғәлимов хаҡында һорашам. “Бына үҙе лә беҙгә яҡынлай”, – тип агроном рацияһына үрелде.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ялан батыры 6100 центнер уңыш һуғып алған да инде.
Алик Ралит улы “Уралтау” АХП-һында — 2004 йылдан, ә комбайнда алтынсы миҙгел эшләй. Ул әрме хеҙмәтенә тиклем “Урал” колхозында тәжрибә туплап сынығыу алған. Быйыл етәкселек уңған механизаторға өр-яңы өс “Акрос”тың береһен тапшырған. Алик ағай ышанысты тулыһынса аҡлай.
“Уралтау” яландарында ураҡ эше ойошҡанлыҡ менән бара. Аграрийҙар һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп, бураҙналарҙы тулыландыра. Ужым культураһы гектарынан 29 центнер тәшкил итә. Арыш 3000 гектарҙа сабылған (пландың 35 проценты), 7500 тонна ашлыҡ һуғылған.
Хужалыҡта бер үк ваҡытта ужым арышын сәсеү бара. Баҫыуға “Бюллер” тракторына тағылған “Барго” сәсеү комплексы сығарылған. Әле 1500 гектарҙа (план — 3200) буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалынған.