Кремлдә Башҡортостан башлығы Рәсәй Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты. Уны ил Президенты Владимир Путин үткәрҙе.
Владимир Путин киләһе 1,5 — 2 йыл эсендә иҡтисадта конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырыу зарурлығын билдәләне. Бурыстарҙың хәл ителеүе Хөкүмәткә генә түгел, Федерация субъекттарына ла бәйле, тип өҫтәне Президент.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, импортты алмаштырыу йәһәтенән Башҡортостанда күптән инде аныҡ аҙымдар яһалды.
—Тәү сиратта был аҙыҡ-түлеккә ҡағыла, — тине республика башлығы. — Беҙҙәге ауыл хужалығы үҙ өҫтөнлөктәрен, үҫеш йүнәлештәрен күрһәтеү мөмкинлегенә эйә. Ҙур һөтсөлөк фермалары төҙөләсәк, күркә ите етештереү фабрикаһын һалыу дауам итә. Ҡатнаш аҙыҡ, сусҡа ите етештереү заводтарының яңы цехтары сафҡа инәсәк. Уй-теләктәр бик ҙур. Ауыл хужалығы — импортты алмаштырыуҙы тормошҡа ашырған төп өлкә.