Гәзит уҡыусыларҙың тәҡдимен һәм ауыл ерҙәрендә буйҙаҡ егеттәрҙең, ҡалала иһә кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарҙың күплеген иҫәпкә алып, үҙ парҙарын эҙләүселәргә баҫмабыҙ биттәрендә яңы рубрика асмаҡсыбыҙ. “Йөрәк менән йөрәк ҡауышһын” тип аталған танышыу мөйөшөндә төрлө йәштәге яңғыҙҙар үҙенә иш, ғүмерлек йәр табыр тигән өмөттәбеҙ. Иғлан биреүсенең исем-шәрифе, адресы ҡуйылмаясаҡ. Уның менән танышырға теләһәгеҙ, тулы мәғлүмәт алыу өсөн редакцияға мөрәжәғәт итегеҙ. Белдереүҙәрҙе
[email protected] электрон адресы йә иһә 8-937-48-777-80 телефон номеры аша ҡалдыра алаһығыҙ. Берҙән-берегеҙҙе бергәләп эҙләйек, дуҫтар!
Таныштырыу хеҙмәте1.Өфө ҡалаһында уҡытыусы булып эшләйем. 58 йәштәмен. Һәйбәт холоҡло, эскелеккә битараф буйҙаҡ ир-уҙаман менән артабанғы тормош юлын иңгә-иң терәп көтөр инем.
2.Ғаилә ҡорор өсөн дингә яҡшы ҡарашлы, мосолман ҡатын-ҡыҙ менән танышҡым килә. Миңә 40 йәш. Өфөлә эшләйем.