Алға әйҙәр яҡты маяҡ19.09.2014
Алға әйҙәр яҡты маяҡ
Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһынан күптән хаҡлы ялға китһәм дә, Рәми ағайҙың тотош ижадына, тормош юлына ҡағылышлы мәғлүмәт базаһын төҙөп бирҙем, сөнки уға түләп бөтмәҫлек бурыслымын. Башҡалар шикелле мин уны һуҡырҙарса кумирым тип иҫәпләмәнем. Һәр бәндәгә хас етеш һәм етешһеҙ яҡтары барын да белә инем. Әммә кешелеклелеге, тапҡыр һүҙле булыуы, Башҡортостан һәм башҡорт халҡы өсөн йәнен атҡан ҡайнар йөрәкле шағирҙы хөрмәтләмәү мөмкин түгел. Иң мөһиме – ул миңә лә үҙ яҙмы­шым­ды ҡулға алырға ярҙам итте, шул хаҡта бәйән иткем килә.

Ҡыш ауыл уртаһындағы берҙән-бер ҡойо емерелеп төштө, һыуҙы трактор менән шиш­мәнән ташыйҙар. Ауылға етһә лә, трактор туҡтап тормай, әкрен генә китеп тик бара. Беҙ, балалар, эйәрә-төшөп ҡала уның ҙур мискәһенән һыу алып ҡалырға тырышабыҙ. Ул шул тиклем беҙ­ҙе миктәтте, ҡышҡы каникул бөт­кәнсе был хәл минең йөрәгемә уҡ булып ҡаҙалды. Бөтә кисергәндәремде “Совет Башҡортостаны” гәзитенә яҙып ебәрҙем. Шуны уҡығас, Мәләүездә йә­шәп, Федоровка районын да хеҙмәт­лән­дергән “Совет Башҡортостаны”ның махсус хәбәрсеһе Фәтхи Комиссаров менән Рәми ағай беҙҙең ауылға килеп киткән. Ә мин каникулымды тултырып, Көйөргәҙе районының Таймаҫ урта мәктәбенә уҡый инем. Улар өйөбөҙгә килеп, сәй табынында атайым Хәми­ҙулла Ғилман улы менән бик оҙаҡ әңгәмәләшкән. Ҡойоно шунда уҡ йү­нә­теп ҡуйҙылар. Хәбәрселәр килгән дә киткән. Мин был ваҡиғаны ишеттем дә оноттом.
Атайымдың һөйләүенән тәү тапҡыр Рәми ағай тураһында белдем. Уғаса “Ағиҙел” журналында ба­ҫылған шиғыр­ҙарын уҡығайным, ә үҙенә шәх­сән иғтибар итмәгәнмен. Ул һуңынан Рәшит Шәкүр менән беҙҙең ауылға йәнә килеп төштө, әммә, хә­йерһеҙ, мин тағы ла өйҙә булмағанмын. Фәтхи ағай аҙаҡ Мәләүезгә өйөнә саҡыр­тып алды, оло кешене һыйлағандай ҡунаҡ итте, өҫтәл янында уҡыу тураһында нотоҡ уҡыны. Әйтерһең, мин уҡырға бөтөнләй теләмәйем инде.
Яҙ беҙҙең урман араларындағы һаҙлыҡлыраҡ ерле болондарҙа ромашка сәскәләре шаулап үҫә, шуларға һоҡланыуымдан “Аҡ сәскәләр йылмая” исемле нәҫер яҙҙым да әлеге “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына ебәрә һалдым. Рәми ағайҙың ике битлек хаты килеп төштө. Ул минең нәҫе­ремә бик яҡшы баһа биреп, ауылдың данлы кешеләре, ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары тураһында мәҡәләләр яҙып торорға ҡушҡан. Үҙемсә тырышып, күп балалы Ҡотлоюловтар тураһында һүрәтләмә, “Ҡашлы йөҙөк”, “Тиле ҡыҙ” тигән легендаларҙы яҙып ебәрҙем. Рәми ағай уларҙы гәзиттә баҫтырып сығарҙы. Нәҫер ҙә донъя күрҙе.
Туғыҙынсы класта уҡыған сағымда редакциянан ярҙам һорарға мәжбүр булдым. Минән ике йәшкә оло Фәниә апайымдың Новокуйбышевск ҡала­һында эшләп йөрөгән сағы. Атайым май айында ғына бала-сағаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен йыйып, тормошто белеп булмай тип, һәр бере­һенә фатиха биреп, үҙенсә байрам үткәргәйне. Ике туған апайыбыҙ яңыраҡ ҡына тормошҡа сыҡҡан. Фәниә апайым башҡорт халыҡ йырҙарын шәп йырлай, матур бейей. Еҙнәбеҙ уға бик ныҡ һоҡланған да ҡатынының көнсөл күңелен үҫтереп ебәргән. Әсәһе оҫта ноҡот һала торғайны: юғалған мал­дарҙы табышты. Әммә, ҡыҙы илам­һырап күҙен быуҙымы, был осраҡта бик ныҡ яңылышты. Ҡыҙының кейәүен Фәниә апайым тартып алып Ново­куйбышевскиҙа йәшәп ята, тип ауылда ғәйбәт таратты. Бына китте ғауға! Ғәйбәттән күҙ астырмайҙар. Беҙҙең тәртипле ғаиләгә был атом бомбаһы кеүек тәьҫир яһаны. Мәктәптән йәйге каникулға ҡайтһам, әсәйем менән апайым күҙ йәштәрен түгеп, көн һайын шул ғәйбәтте һөйләйҙәр. Өлкән апайым һигеҙ тапҡыр ауыл Советы депутаты булып һайланғайны. Ул: “Нисек итеп ауылдаштар күҙенә ҡарамаҡ кәрәк?!” – тип һуҡрана. Мин түҙмәнем, өлкән апайымдан аҡса һорап алдым да Ново­куйбышевскиға Фәниә апайым янына киттем. Ә ул бер нәмә лә бел­мәй, бер урыҫ егете менән дуҫлашып йөрөй, бүлмәләш ҡыҙҙары менән матур итеп йәшәп ята. Хәбәргә иғтибар итмәне. Ә минең күңелдә – ут.
Әсәйем менән өлкән апайымдың юҡ-барға ышанғанына үпкәләп, апайым янында ҡалырға ризалаштым. Һынау тотоп, һөнәрселек училищеһына уҡыр­ға индем. Химия лаборанты була­саҡмын. Паспорт юлларға белешмә алдым, ятаҡҡа урынлашырға ла ҡағыҙ бирҙеләр. Мин ҡыуанып поезда ҡайтып киттем. Ошо хәлдәрҙе яҙып барҙым да, өйгә аяҡ баҫыу менән, шуны “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына һалып ебәрҙем. Бер ваҡыт ауыл халҡы зыҡ ҡуба. Ауыл Советы рәйесе Мөлөков (исемен онотҡанмын) ғәйбәт таратҡан ҡатындарҙы саҡыртып алып, һәр береһенә 50-шәр һум штраф һалған. Ғәйбәт шуның менән тынды. Мин Рәми ағайға төбәп яҙмағайным, әммә яҙмышымда бермә-бер ҡулы уйнағанын аҙаҡ ҡына белдем.
Ошо ваҡиғанан һуң, Новокуй­бышевскиға китәсәгемде белгән Рәми ағай мине әрләп хат ебәрҙе: “Һин, белемең булмайынса, республиканың иң ҙур гәзитенә яҙышып ятаһың... Ҡулыңда ҡәләмең бар. Давай, Баш­ҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға ин. Унда һинең кеүек башҡорт балалары белем ала”. Хат эсенә үҙенең автографы менән “Таш сәскә” китабын һалған (уның бөтә китаптары ла ҡултамғаһы менән миндә бар). Китап шул тиклем дәртләндерҙе, илем, телем өсөн ғорурлыҡ уятты, үҙемдең барлы-юҡлы яҙмаларымды ебәреп ятҡаныма оялыу кисерҙем.
Бына шулай итеп мин Рәми ағай­ҙың фатихаһы менән Өфө­гә килдем. Тимер юл вокзалынан трамвайҙа “Аксаков урамы” туҡталышына тиклем күтә­релдем дә төшөп ҡалдым. Универ­ситеттың ҡайҙа икәнен ҡала уртаһына инмәйенсә һорашырға ҡурҡам. Берәү “яҡын ғына” тигәс, йәйәүләп киттем. Барам-барам, ара алыҫ. Аяғымды ҡырғас, магазинға инеп тапочка һатып алып кейҙем дә сығарылыш кисәһенә генә алынған өр-яңы аҡ туфлиҙы сүп һауытына ташланым. Университетҡа килеп еткәс, 60 йомортҡа, таба, кәстрүл, аҙыҡ-түлек һалынған сумаҙанды ике колонна ара­һына ҡалдырып инеп киттем. Коридор тулы халыҡ, кемдең нимә эшлә­гәнен белмәҫһең. Әле бер, әле икенсе аудиторияға инеп, документтарымды тапшырҙым да, ҡабул итеү комиссияһы ағзалары менән әңгәмәләшеп, ятаҡҡа урынлашырға ҡағыҙ алдым. Сыҡһам — мине әрләйҙәр, баҡһаң, бүтәндәр сиратта тора, имеш. Миңә, ауыл ба­лаһына, һынау тоторға килгән йәш­тәрҙең бындай ҙур сиратта тороуы башҡа һыймаҫлыҡ бит инде. Ятаҡҡа иртәгәһенә генә урынлашырға мөмкин. Ҡайҙа барырға? Бер таныш юҡ. Сумаҙанды университет ятағының әйбер һаҡлағысында ҡалдырҙым да Рәми ағайҙарға барырға булдым. Хат алышҡас, адресын да беләм. Ул Октябрь проспектында йәшәне шул саҡта, “Уңыш” магазины урынлашҡан йортта. Һуңлап ҡына килдем. Надя еңгәй йылы ҡаршы алды, ҡоймаҡлап сәй эсерҙе. Душта йыуынғас, кушеткаға аҡ япма тү­шәп урын йәйҙе. Минең арыу ет­кәйне, шунда уҡ йоҡлап киткәнмен. Иртәнсәк ҡыҙҙары Гөлнараның минең янға килеп текләп ҡарағанын хәтер­ләйем. Рәми ағай командировкала. Тиҙ генә тороп, сәй эстем дә, рәхмәт әйтеп, уни­верситетҡа юлландым.
Рәми ағай аҙаҡ үҙе мине ятаҡта эҙләп тапты. Баштан уҡ Таң­һылыу Ҡарамышева, Рәм­зилә Хисаметдиновалар менән дуҫлашып алдым, улар М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһы төҙөлөшөндә ҡатнашып, хеҙмәт семестрын тамам­лағайны. Рәми ағай, уларҙы алдан белгәнгә, гел шул бүлмәгә килеп, мине һәм башҡа ҡыҙҙарҙы саҡыртып алды. Сәй янында әҙәбиәт, сәйәсәт, тел-ил хаҡында бик күп мәсьәләләр асыҡ­ланды. Илде үҙгәртеп ҡороу осоронда ҡалҡып сыҡҡан ҡайһы бер ваҡиғалар беҙгә шул ваҡыттан уҡ билдәле булды. Уҡый башлағас та, Рәми Ғарипов, Хәсән Назар, Тимер Йосопов, Рәшит Шәкүр, Сафуан Әлибай кеүек яҙыусылар ятаҡҡа йыш йөрөп, беҙҙе дәрт­ләндереп, яҙмаларыбыҙҙы уҡып, кәңәш бирә, кафедраға инеп, үҙҙәренең ижадтары менән таныштырып, рухландырып китә торғайны.
Беҙ абитуриент саҡта филология факультетында иң ҙур ижади әҙәби түңәрәк эшләп килә ине, уның кураторы Марат Минһажетдинов булһа, рәйес вазифаһын Ишмөхәмәт Шарапов баш­ҡарған. Ул, абитуриенттар ара­һынан ҡәләм тибрәтеп маташ­ҡандарҙы табып, “Һаумы, университет!” тигән стена гә­зитендә фотоларыбыҙ менән әҫәр­ҙәребеҙҙе баҫтырып сығарҙы. Аҙаҡ, уҡырға ингәс, “Йәш әҙәбиәтсе” (артабан “Шоңҡар” итеп үҙгәртелде) исемле гәзит биттәрендә үҙебеҙҙе күрҙек. Яҙыусылар менән аралашып йәшәү университетта йолаға әүерелгәй­не: тамаша залында шиғыр байрамдары шығырым тулы халыҡ менән үтә, Салауат Юлаев һәйкәле янында яҙлы-көҙлө студенттар, яҙыусылар, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡайһы бер ғалимдары ҡатнашлығында оло байрам, кесе туй уҙғарыла. Әлбиттә, улар­ҙың уртаһында халыҡ яратҡан ша­ғирҙарыбыҙ Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев һәм Рәми Ғарипов торҙо. Бер ваҡыт шиғыр байрамы яңы ғына асылған Актерҙар йортонда үтте, халыҡ һыйманы, үпкәләп ҡайтып китеү­селәр булды. Шағир­ҙарҙың йөрәгенән урғылып сыҡҡан һүҙҙәре беҙҙе, йәш­тәрҙе, магнит кеүек тартты, юғары идеяларға әйҙәне, тыуған илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы, теле­беҙҙе яратырға өй­рәтте. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр беҙҙең йөрәктәргә май кеүек яғылды.
Торғонлоҡ осоронда, интел­ли­ген­цияның шәхси фекерен йәшереп, яраҡлаша барған мәлендә, Рәми Ғарипов менән Рәшит Шәкүрҙең “Ленинсе” гәзитенең “Ленинец”ты һүҙмә-һүҙ ҡабатлауына ҡаршы протест күрһәтеүен, Ш. Бабичтың ҡанлы яҙмышын, Әхмәтзәки Вәлидиҙең республика ҡоролошондағы, халҡыбыҙ тарихындағы үлемһеҙ ролен ишетеп-белеп, беренсе курста уҡ шәхси ҡараштарыбыҙ формалашты.
1968 йыл. Рәми ағай – “Баш­ҡорт­остан ҡыҙы” журналының яуаплы секретары. Һаман да беҙҙе ҡурсалауын дауам итә. Журналдың иң тәүге һанын “Мин әлегә ҡояшҡа ғашиҡ” исеме аҫтында беҙҙең фотолар һәм әҫәрҙәр менән баҫтырып сығарҙы. Ғөмүмән, Рәми ағай сту­денттарҙың һәр аҙымын ыңғай күре­нешкә әүерелдерҙе тиһәм дә була: беҙҙең өсөн республика интернат-мәктәбендә осрашыу ойошторғаны ла хәтерҙә ҡалған. Мәҫәлән, Волга буйы республикалары университеттары студенттары менән үткәрелгән шиғриәт, дуҫлыҡ байрамы ғына ни тора! Һуңынан унда ҡатнашҡан Раиса Смирнова менән бик оҙаҡ хат алыш­тыҡ, посылкалар ебәрештек. Улар беҙгә тоҙланған бәшмәк ебәргәйне, беҙ башҡорт балы һалдыҡ. Рәми ағай уларҙың шиғырҙарын, Юлияның нәҫер­ҙәрен урындағы матбуғат биттәрендә яҡтыртты. Аҫылғужа — Раисаның шиғырҙарын, мин Юлияның нәҫерен тәржемә иттем.
1970 йылда Аҫылғужаның тәүге шиғри ҡулъяҙмаһы йәш ижадсыларҙың республика конференцияһында тикшерелеп, Башҡортостан “Китап” нәшриә­тендә баҫтырып сығарырға тәҡдим ителде. Рәми ағай шул тиклем ҙур баһа биргән. Үҙе мәрхүм булғас, Надежда еңгәй өйөнә саҡырып алып, уны ҡулыма тотторҙо. Мин уны журналда баҫтырып сығарҙым. Рәми ағай Аҫылғужаның төп шиғри үҙенсәлеген тотоп алған: “Васильев кеүек шағир килә”, тигән. Ысынлап та, ирем шиғыр­ҙарында ауыҙ-тел ижады ҡомартҡы­ларын, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен бик оҫта файҙаланды. Мин был турала “Ағиҙел” журналында үҙемдең фекер­ҙәрем менән уртаҡлаштым. Ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, Рәми Ғариповтың “мил­ләт­се” тигән мөһөрө Аҫылғужаны ла урап үтмәне. Уның шиғри йыйын­тығы “Совет Башҡортостаны” гәзитендә 10 йылдан ашыу эшләп, бәҫ-шөһрәт алғас ҡына донъя күрҙе. Был мөһөр уны һуңғы көнөнәсә эҙәрлекләне.
Рәми Ғарипов баштан уҡ ысын мәғәнәһендә башҡорт халҡы­ның сә­йәси һәм милли ҡараш­лы, социаль дөрөҫлөктө бик тәрән, үткер тойған шағир булып форма­лашҡан. Уның 1958 йылда донъя күргән “Таш сәскә” йыйынтығы быны раҫлай. Ундағы шиғырҙар әҙ генә һүҙ менән оло мәғәнә аңлата. Шағирҙың күҙәтеүсәнлеге, сағыштырыуҙарҙың тап­ҡырлығы, тел тембрының йылы башланып, көсәйә барып күңелде үҫтереүе, ғорурлыҡ уятып тамамланыуы бер кемде лә ғәмһеҙ ҡалдырмай. Шиғырҙары туп-тура сәпкә һәм сәмгә тейә. Үлемһеҙ “Туған тел” шиғыры бөгөн дә халыҡ теленән төшмәй, телебеҙгә гимн булып яңғырай. Беҙ уны шағирҙың васыяты, аманаты тип ҡабул итәбеҙ.
Рәми ағайҙың беҙҙең аранан ките­үенә байтаҡ ваҡыт үтте, әммә мин уға ғүмерем буйы рәхмәтлемен. Ағас башын ел борған кеүек, ул яҙмышымды ҡырҡа үҙгәртеп, күңелемдә яҡты маяҡ булып ҡалды.


Вернуться назад