Моңһоу көҙгө көндәрҙең береһе. Төнөн тышта күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек дөм ҡараңғы, етмәһә, ыжғыр ел япраҡтары ҡойолған ағастарҙы биленән бөгә, эре ямғыр тамсылары тәҙрәгә килеп бәрелгәндә һиҫкәнеп ҡуяһың. Бындай төндә күҙгә йоҡо ла төйөлмәй. Бер аҙ ята торғас, төрлө уйҙарға төшөп китәһең: тормошоңдо барлайһың, туғандарың, атай-әсәйең иҫкә төшә; ҡапыл аяҙ көндө йәшен атҡандай килгән хәстәрле көндәр, үҙеңде күккә менгәндәй тойған шатлыҡлы мәлдәр баштан үтә.
Был көндө мин дә хәтирәләргә бирелеп, оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай яттым. Тик таңға ғына тәрән йоҡоға талғанмын. Ҡапыл ишек шаҡыған тауышҡа уянып киттем. Әммә ишек алдында бер кем дә юҡ. Өшөп, яңынан урыныма килеп яттым. Ә был үҙәк өҙгөс тауыш һаман да тынмай, баш осонда ғына берсә эт олоған, берсә кемдер үкһеп илаған, берсә шаҡылдаған кеүек. Башымды ҡалҡытып тәҙрә аша күҙ һалам. Баҡтиһәң, ҡаршыла ғына (урам аша) ҡоймаға элеп ҡуйылған фото рамы көҙгө елдә тегеләй ҙә былай һуғыла. Тәү ҡарашҡа рам ғына кеүек ине, үҙ күҙҙәремә ышанмай, тышҡа сығып, яҡыныраҡ барып ҡарарға булдым. Юҡ, бында буш рам ғына түгел, унда төҫтәре көҙгө япраҡтарҙан һарғайып бөткән ике йәш кешенең фоторәсеме ҡуйылған. Рәсемдәрҙе танырлыҡ та түгел, көн-төн һибәләгән көҙгө ямғыр уларҙың саф биттәрен йыуған, йәш саҡтарында төшкән ҡара-аҡ төҫтәге фотолағы инәй менән бабайҙы саҡ төҫмөрләнем. Миңә шул мәлдә һүрәттәге кешеләр күҙ йәше менән һулҡылдап илаған төҫлө тойолдо. Ни өсөн был фоторәсемдәр тышта тороп ҡалған, әллә оноттолармы икән? Юҡ, булмаҫ. Үҙҙәре шулай тышҡа сығарып элмәгәндер бит?! Күңелемде ниндәйҙер шом баҫты. Үҙҙәренә ғүмер бүләк иткән атай-әсәйҙәренең, олатай-өләсәйҙәренең, ул ғына ла түгел, һуғышта ҡатнашып, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән кешеләрҙең фоторәсемдәрен генә түгел, хатта үҙҙәрен тышҡа сығарып ырғытҡан кеүек булды. Былай ҙа моңһоу көҙҙә күҙҙәремә йәштәр тығылды...
Эй, кешеләр! Беҙ ни өсөн шундай түбәнселеккә төшәбеҙ?! Килер быуындарға нимә ҡалдырабыҙ? Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ киләсәктә үҙ туғандарын белерме? Шул турала ниңә әҙерәк уйланмайбыҙ. Әхлаҡи нигеҙҙәрҙе онотоп барабыҙ түгелме? Нәҫел-нәсәбебеҙ артһын, юғалмаһын тиһәк, шундай ябай ғына әҙәп ҡағиҙәләренә буйһонайыҡ. Беҙ бит әҙәми заттар.
Әлбиттә, арабыҙҙа бар яҡшы кешеләр. Туған-тыумасаһын әллә нисә быуынға тиклем белеүселәр, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең фоторәсемдәрен, хатта һуғыштан яҙған өсмөйөшлө хаттарын һаман да күҙ ҡараһылай һаҡлаусылар ҙа бихисап. Ҡайһы саҡта хәтирәләргә бирелеп, яҡты донъянан китеп барған яҡындарыңды иҫкә төшөргәндә, уларҙың төҫө итеп һаҡлаған фоторәсемдәрен ҡарап алһаң, күңелгә йән керә, донъя йәмләнә, хатта үҙҙәре менән күрешеп һөйләшкәндәй булаһың. Ә был кешеләр атай-әсәйҙәренең иҫтәлеге итеп балаларына нимә ҡалдырыр? Үҙҙәре лә ҡартайыр бит.
Балалары ла ата-әсәләре кеүек ҡыланмаҫмы? Хәҙер миңә көн-төн ошо һорауҙар тынғы бирмәй. Яуап таба алырмынмы икән?..