Тәнҡит монологы19.09.2014
Һаумыһығыҙ, барлыҡ ижадсылар —
Әҙәбиәт, сәнғәт әһелдәре;
Йыйыбыраҡ әйтһәк, халҡыбыҙҙың
Талант ене үпкән вәкилдәре.
Тәнҡит, тиҙәр мине. “Ижад” тигән
Ҙур даръяның кескәй тамсыһымын.
Кемдәргәлер Күктең мәрхәмәте,
Кемдәргәлер уның ҡамсыһымын.
Шуға күрә мине яратҡандан
Яратмағанығыҙ күберәк шул.
Эйе, ижад ҡайһы берҙәр өсөн
Иман әйтмәй уҡыр “Тәбәрәк” шул.
Ә бит унан алда “Бисмилләһ” бар,
“Бисмилләһ”тән әүәл — иман шарты,
Ләкин уны аңлаймы ни инде
Һөмһөҙ булып яралғандар заты?!
Тап шундайҙар өсөн мин — ҡурҡыныс,
Улар мине күрә алмай шуға;
Әйтерһең дә, улар шайтан тубы,
Мин — уларҙы ҡыуған изге доға.
Улар өсөн мин булмаһам — тыныс,
Эштәр көйлө, тормош бик уңайлы.
Ижад — бары кәсеп. Ул борсомай.
Иң мөһиме — тамаҡтары һыйлы.
Кемдәр әҙ-мәҙ ҡәләм тота белә,
Шулар бөгөн әҙип булып бөттө.
Кемдәр өн сығара — шулар йырсы,
Һәр музыкант көйсө булып китте.
Быны күргән халыҡ, аптырашып,
Башын сайҡай: “Был һуң ниндәй кәмит?! —
Бойҙайы ла, кәбәге лә бергә
Буталышҡан. Ҡайҙа булған тәнҡит?..”
Ысынлап та, мин ҡайҙамын эле? —
Боҫҡан ерем ҡала, әллә ауыл?
Һуңғы ваҡыт көнүҙәк был һүҙҙе
Ағай-эне бушҡа ҡуҙғатмай ул.
Мин үҙемде юҡ тип әйтмәҫ инем —
Бармын ул, тик иғтибарҙан ситтә.
Ә ҡасандыр мин абруйлы инем,
Йәмғиәткә кәрәк инем бик тә.
Хәҙер генә минең ҡәҙерем юҡ,
Кергә сисеп бәргән кейем төҫлө...
Хәтеремдә: егерменсе быуат.
Ул заманда мин ҡөҙрәтле, көслө.
Бигерәк тә мин арҙаҡлы инем
Әҙәбиәт тигән даирәлә.
Ҙур ижадҡа минең аша килде
Ул саҡтағы шағир, шағирәләр.
Минең талапсанлыҡ һәм ғәҙеллек
Улар өсөн тик файҙаға булды —
Күп әҙиптәр миңә ҡарап тапты
Ижадында нәғеҙ дөрөҫ юлды.
Яҙыусылар әгәр мөслим булһа,
Мин уларға Ҡәғбә кеүек инем;
Әҙиптәрҙе сыраҡ итеп алһаҡ,
Мин — үткерлек өҫтәр күҙлек инем.
Бик тынғыһыҙ инем. Уяу булдым,
Ҡарауылда торған һалдат һымаҡ;
“Әҙәбиәт” тигән ҡағанлыҡҡа
Тоғро хеҙмәт иткән һанат һымаҡ.
Шулай ҡалыплашты халҡыбыҙҙың
Ғорурлығы булған әҙәбиәт.
Һәр әҙиптең күңелендә ятты
Кимәл тотоу тигән изге ниәт.
Ана шулай тыуҙы рухиәттә
Мостай Кәрим, Нәжми, Ниғмәтиҙәр,
Бабичтарҙың юлын дауам иткән
Рәшит Назар, Бикбай һәм Рәмиҙәр.
Шул кимәлдән тороп балҡынылар
Һәҙиәләр, Зәйнәб апайыбыҙ,
Фәрит Иҫәнғолдар, Яныбайҙар,
Әхиәр Хәким, Булат ағайыбыҙ.
Мин ситләшкәс, улар яулап алған
Кимәл түбән төшә — бик аяныс!
Сифат яғын хәстәрләмәй тороп,
Күләм арттырыуҙан ни ҡыуаныс?
Ҡайһы саҡта шундай тел ҡысыта —
Ғәҙел хөкөм һүҙен әйтке килә;
Бәғзеләрҙең әҫәр йоратының
Тетмәкәйен тотоп тетке килә;
Тетелгәндән ҡалған ғынаһын да
Сүплек өйөмөнә илтке килә;
Милли әҙәбиәт өлгөләрен
Тик зауыҡлы, бәҫле итке килә.
Иллә-мәгәр мин сараһыҙ бөгөн,
Көс-ҡеүәтем түгел әүәлгеләй,
Әйтерһең дә, милли рухиәткә
Башҡа жанр ҡәрҙәш, ә мин — үгәй.
Мин үҙемде юҡ тип әйтмәҫ инем —
Бармын ул, тик иғтибарҙан ситтә.
Элеккеләй тиң хоҡуҡлы булып,
Дәрәжәле һәм арҙаҡлы булып,
Ҙур ижадҡа ҡайтҡы килә бик тә!


Вернуться назад