Сүпрә кеҫә ҡабарта19.09.2014
Һеҙгә ябай ғына бер һорау бирәм:
– Нимә ул сүпрә?
– Һы, шул да булдымы һорау, уны мәктәп балаһы ла белә! – тип ауыҙ йырырһығыҙ.
– Сүпрәне икмәк бешергәндә һалалар, ҡабартыр өсөн, – тип яуаплар икенселәр.
Дөрөҫ! Шулай ҙа уның ғәжәп серле үҙенсәлеге хаҡында Өфөлә йәшәүсе Тимур Кәбировтан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Бәй, ниңә шулай булмаһын. Тиккә генә “Өфө икмәге” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләмәгән дә инде.
Тимур әфәнде, халыҡты хуш еҫле әпәкәй менән һыйлайым, тип сабыулай, күп эҙләнә торғас, сүпрәнең кеҫәне ҡабарта торған үҙенсәлеген дә үҙләштереп ала.
2009 йылдың ғинуарынан 2010 йылдың декабренә ҡәҙәр ул башҡа ойошмалар менән он, шәкәр һәм бүтән аҙыҡ-түлек алыуға ялған килешеү төҙөй. Әлбиттә, килешеү үтәлмәй. Әммә хужа әмерен тыңламай сара юҡ – аҡсаның бер өлөшө тегеләргә күсһә, күпмелер нисбәте Кәбировтың кеҫәһен ҡабарта. Бынан тыш, ул 7-се икмәк заводының 1 миллион дана акцияһын 12 миллион һумға осора. Акцияларҙың баҙар хаҡы 81 миллион һум тәшкил иткән. Шулай итеп, генераль директорҙың “сүпрәһе” ҡабарғандан-ҡабара барып, 138 миллион һумға барып етә.
Әлбиттә, Кәбировтың кеҫәһенең был тиклем ҡалынлығы тәртип һаҡсыларының күҙенә салынмай ҡалмай. Киләләр, тикшерәләр, ғәжәп ҡылалар. Әммә ул да бер ҡатлы әҙәм түгел. Күпме генә ныҡышмаһындар, үҙе генә белгән рецепт серен асып һалмай.
– Икмәкте сүпрә менән бешерәләр инде, – ти ҙә ҡуя. – Минең кеҫә ғәҙәти кеҫә кеүек, унда бер нәмә лә юҡ.
Әле Кәбиров әфәнде Өфөләге 7-се икмәк заводында директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Кем белә, бәлки, бында ла сүпрәнең ҡабарыу нескәлеге хаҡында йәнә асыш яһай торғандыр. Әммә ни генә булмаһын, уның был тиклем зирәклегенә, тәжрибәһенә баһа бирмәй ҡалмаҫтар.