Горизонталь буйынса. 5. ... Ҡудашева. 6. Ҡолаҡтың эстән эренләп шешеүе. 7. Тапалған иткә ярма, һарымһаҡ ҡушып ҡурған ашамлыҡ. 10. Билдәле бер нәҫел-ырыуҙың килеп сығышын, таралышын күрһәткән генеалогик яҙма. 11. Үтәлергә тейешле васыят. 12. Текә булып ҡолап төшкән бейек тау-таш. 15. Йылы кейем. 17. Эре йыртҡыс диңгеҙ балығы. 18. Төҙөлөш планы. 19. Ҡояш бата торған яҡ.
Вертикаль буйынса. 1. Фәнил Әсәновтың повесы. 2. Гәзит жанры. 3. Кәмәнең һыҙлыҡ сүбәге өҫтөнән ҡағылған буй ҡалай. 4. Эре ҡайышҡаҡ ағас. 8. Йәйрәп ятҡан киң дала. 9. Әлшәй районындағы ауыл. 13. Тартыр өсөн тығыҙ итеп уралған тәмәке япрағы. 14. Кәрәкле мәғлүмәт алыу өсөн төҙөлгән һораулыҡ ҡағыҙы. 15. Мәңге йәшел көньяҡ ағасы. 16. Гимнастик снаряд.