Заманы ниндәй – көлкөһө шундай19.09.2014
Заманы ниндәй – көлкөһө шундай
Танылған яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов яңыраҡ Мәскәүҙә уҙғарылған 27-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашты. Унда башҡорт әҙибенең урыҫ телендә донъя күргән “Билдән өҫтәге юмор”, “Заманы ниндәй – көлкөһө шундай” тигән китаптарының исем туйы ла булды.

Әҙәбиәт һөйөүселәр алдында сығыш яһап, юмор оҫтаһы үҙ ижады хаҡында ғына түгел, Башҡорт­ос­тандың рухи-мәҙәни яңылыҡтары менән дә уртаҡ­лашты. “Марсель Сәлимовтың әҫәрҙәре уҡыусыны фекер йөрөтөргә өйрәтә, шуның менән аҡыллылыҡҡа, яҡтылыҡ­ҡа, яҡшылыҡҡа, намыҫлылыҡҡа, ғәҙел­лек­кә әйҙәй. Улар актуаллеге менән дә айырылып тора, сөнки темаларҙы автор беҙҙең көндәлек тормоштан ала”, – тип яҙған замандашыбыҙ хаҡында совет әҙәбиәте классигы Сергей Михалков.
Оло әҙиптең әйткән һүҙҙәрен хуп­лап, Марсель Сәлимовтың бө­гөн дә дәртләнеп ижад итеүе, халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа ҡат­нашыуы – рухи донъябыҙ өсөн һөйө­нөслө күренеш.
Әйткәндәй, ошо сә­фәрендә сатира оҫ­таһы Интернациональ Яҙыу­сылар сою­зы­ның 60 йыллығы уңа­йынан ойош­­торолған тантанала ла ҡатнашты. Был кисәлә Марсель Сәли­мовҡа Мәскәү Хөкүмәтенең “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы тапшырылды.


Вернуться назад