Пенсиям19.09.2014
Пенсиям...
Ай һайын кәмей...
— Алдайһыңдыр, моғайын...
— Алдамайым:
Әйберҙәргә
Хаҡтар арта көн һайын!

* * *
Телевизор иҫкергәндер:
Гел реклама?!.
Ышанмаһаң,
Көн-төн ҡара, йоҡлама!
...Яңы телевизор алдым,
Яңыһы ла —шул сама...

* * *
Украиналағы хәлдәрҙе уйлап...

Күрше хаҡы — тәңре хаҡы:
Ҡулдар һуҙымы — ара?!.
... Ил менән ҡарап торабыҙ —
Күршелә һуғыш бара...

* * *
...Әҙиптәребеҙ хаҡында

Аҙ дөрөҫөн белгәндәр:
Кемдәр
Ҡасан
Кемгә
Нисек
“Исемдәр”ҙе бүлгәндәр...

Кемдәр
Ҡасан
Ниңә
Нисек
Орденлы булып киткән?
...Миңә бер ни кәрәкмәне:
Хоҙай биргәне — еткән!

Тилеләр йыры

“Ер шарында Ҡояш булып
Тора беҙҙең илебеҙ!” —
Шулай йырлап йәшәнек бит,
Булғанбыҙ бит тиле беҙ.

“Ер шарында Ҡояш булып
Торор беҙҙең илебеҙ!” —
Шулай тип йырлаған булһаҡ,
Булмаҫ инек тиле беҙ...

Флагтар
1
...CССР-ҙа флагыбыҙ
Булды бер төҫ — ал төҫтә:
Ал флагтар елберҙәтеп,
Еңеүҙәрҙән еңеүҙәргә
Барғандар — иҫтә, иҫтә!..
2
...Рәсәй флагы — өс төҫтә,
Ал флаг... Ҡайҙа ҡалды?!
... Өс төҫлө флагтар болғап...
Әллә ҡайҙарға киттек бит:
Ал флаг... Айҙа ҡалды!

* * *
— Хоҙайыбыҙ бигерәк яҡын иткән
Кеше менән кеше араһын!
— Йондоҙҙар ҙа бер-береһенә
шулай:
Аяҙ төндә күккә ҡара һин...

* * *
Берәүҙәр: “Хаҡ юл — уңда!”— ти,
Берәүҙәр әйтә: “Һулда-а-а!..”
Батшалар наҙан булғанға,
Кешелек хата юлда.

Демография мәғлүмәттәре

“...Күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарға хөкүмәт наградалары тапшырылды...”
(Рәсәйҙең Башҡортостан радиоһы тапшырыуҙарынан).

Эх! Артабыҙ!
Тырышабыҙ,
Эштәр — гөл дә ал әле:
Ҡатындар ҙа — күп балалы,
Ҡыҙҙар ҙа... күп балалы!

* * *
Миллиардерҙарыбыҙ һаны буйынса илебеҙ Американан ғына ҡалыша.
(Радио, телевидение тапшырыуҙарынан).

Бай артһа, ярлы ла арта...
... Юҡ уй башта башҡаса:
Илем — Калининградтан
Владивостоккаса...


Вернуться назад