Боҙоҡ паром эше ҡуҙғалды19.09.2014
(Люциә Урманшина, “Кем яуаплы?”,
2014 йыл, 19 август)
Ағиҙел йылғаһы аша бер ярҙан икенсеһенә сығарыусы паромға бәйле етди проблемалар хаҡында яҙғайны автор. Ысынлап та, ярайһы ғына ҡыйралған, тросы өҙөлгән паром лагерға барған балалар өсөн айырыуса хәүеф тыуҙыра.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, “2003 йылдың 6 октябрендә ҡабул ителгән 131-се Федераль законға ярашлы, әлеге мәсьәлә район, ҡала етәкселеге ҡарамағында һәм уларҙың урындағы хеҙмәттәре аша хәл ителергә тейеш.
2006 йылдың 2 майында ҡабул ителгән Федераль закондың 3-сө бүлегендәге 8-се статья буйынса, Люциә Урманшинаның мөрәжәғәте Көйөргәҙе районы хакимиәтенә тикшереүгә ебәрелде. Был мәсьәлә шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Төп идаралығы тарафынан күҙәтеүгә алынды”.