Һуңғы аҙнала һауа шарттарының баҫыу эшсәндәре өсөн уңайлы тороуы йыл урағын тиҙерәк тамамларға киң мөмкинлек тыуҙырҙы.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 17 сентябргә шәкәр сөгөлдөрө плантацияларының 7,5 мең гектарында сеймал сығарыу тамамланған. 203,8 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө алынып, 75,3 мең тоннаһы Раевка, Шишмә, Мәләүез шәкәр заводтарына тапшырылған. Һәр гектарҙан уртаса 272 центнер уңыш алына. Әлшәй районында – 1,3 мең, Благоварҙа – 1000, Ҡырмыҫҡалыла – 900, Бүздәктә 700 гектар самаһы плантацияла уңыш алыу тамамланған.
Башҡортостандың алты районында – Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Иглин, Федоровка – иген культураларын урып һуғыуҙы тамамлағандар. Әлшәй, Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Шишмә, Шаран һәм башҡа район хужалыҡтары ла финишҡа яҡынлаша. Республика буйынса иген культураларының 92 проценты йыйып алынған. Гектар ҡеүәте – 14,9 центнер, барлығы 2,4 миллион тоннанан ашыу уңыш йыйылған. Иң юғары күрһәткес Шишмә, Илеш, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Саҡмағош райондарында – гектарынан 21,1 – 30,8 центнер.