Ҡышҡа әҙерләнәбеҙ19.09.2014
Ҡыш яҡынлашҡанда, Башҡортос­тан Ҡырымдың Белогорск районына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын яңыртыуҙа ярҙам итте.


Шефлыҡҡа алған районға дөйөм кү­лә­ме 11 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән махсус автотранспорт һәм техника ебәрелде. Белогорскиҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын төҙөү дауам итә.
– Әле төҙөлөштөң дүртенсе сираты тамамланып килә. Объекттарҙың ба­рыһы ла Айырым маҡсатлы социаль программалар фонды тарафынан хуп­ланған, — тине Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Белогорск районына ярҙам күрһәтеү штабы етәксеһе Сергей Новиков. — Ошо көн­дәрҙә Ҡырымға төҙөлөштө дауам итеү­гә, шулай уҡ һыу үткәргестең икенсе сиратын һалыуға аҡса ебәреләсәк.
Әле Белогорск районында респуб­лика­быҙ ярҙамы менән юлдар төҙөк­ләндерелде, яғыулыҡ һатып алынды, күп фатирлы 13 йорттоң ҡыйығы реконструкцияланды, балалар баҡса­лары, мәктәптәр, дауаханалар ҡыш­ҡылыҡҡа әҙерләнде.




Вернуться назад