17-19 сентябрҙә Өфө ҡалаһы федераль кимәлдә ойошторолған күргәҙмә ҡунаҡтарын ҡабул итте. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы яҡлау фонды Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә ойошторған V Бөтә Рәсәй “Балалар хаҡына – бергә!” форумында 61 төбәктән 500-ҙән ашыу белгес ҡатнаша.
Йәмғиәттә ғаилә институтын, ата-әсә яуаплылығын нығытыу, баланы тәрбиәгә алыуға ыңғай ҡараш булдырыу – ҙур сараның төп маҡсаты. Мәскәү ҡалаһынан, Саха (Яҡут), Татарстан республикаларынан, Төмән, Ҡурған, Силәбе өлкәләренән һәм башҡа төбәктәрҙән саҡырылған белгестәр интерактив майҙансыҡтарҙа аралаша, күргәҙмә барышында эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Форумдың эш программаһына ярашлы, ҡунаҡтарға Өфө ҡалаһының бер нисә социаль учреждениеһы менән яҡындан танышыу, “түңәрәк өҫтәл” һәм кәңәшмәләрҙә ҡатнашыу мөмкинлеге лә биреләсәк.