“Май указдары”н үтәүҙә алдынғы19.09.2014
Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың дәүләткә идара итеү өлкәһендәге “май указдары”н тормошҡа ашырыу буйынса “Медиология” компанияһы төҙөгән рейтингта төбәктәр араһында беренсе урынды яуланы.


Рейтингка бирелгән аңлатмаларҙан күренеүенсә, республика ошо указдарҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән ҙур эш башҡарған, “юл карталары”н раҫлаған, айырым маҡсатлы һәр күрһәткес өсөн яуаплы власть органын билдәләгән. Бынан тыш, төбәктә “Дәүләт һәм муниципаль идара системаһын үҫтереү” комплекслы планын эшләү тамамланып килә. Был рейтингта икенсе урынды — Липецк, өсөнсө урынды Түбәнге Новгород өлкәһе биләй. Тикшеренеү быйыл августа үткәрелгән.




Вернуться назад