Һөйөү йыры28.01.2012
Рәмил Сурағол һүҙҙәре,
Эльвира Хәмәтнурова көйө.
Бер кем һине миндәй яратмаҫ,
Бер кем һиңә миндәй йән атмаҫ.
Ҡушымта:
Яратмаҫ, йән атмаҫ,
Өҙөлөп-өҙөлөп теләһә лә,
Йәндәр атып һис ярата алмаҫ.
Бер кем һинең йәнең була алмаҫ,
Бер кем һинең йәрең була алмаҫ.
Ҡушымта:
Була алмаҫ, була алмаҫ,
Өҙөлөп-өҙөлөп теләһә лә,
Күңелеңә йырҙай тула алмаҫ.
Бер кем һине миндәй һөйә алмаҫ,
Юлдарыңа сәскә өйә алмаҫ.
Ҡушымта:
Сәскәләр өйә алмаҫ,
Өҙөлөп-өҙөлөп теләһә лә,
Миндәй өҙөлөп һине һөйә алмаҫ.